RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)

25.09.2017 Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)

Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала йондоҙҙар иғтибарығыҙҙы өй-йорт тирәһенә йүнәлтергә ҡуша. Тамамланмаған эштәрегеҙ барҙыр, моғайын. Сығымдарығыҙ булыр, ләкин аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Аҙна йомғаҡтары менән мотлаҡ ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Ыңғай хәбәрҙәр килеп торор.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында уҡып йөрөгән һәм белемен арттырыу менән мәшғүл булғандар уңыр. Фән һәм ижад менән булыусыларҙа яңы өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Шулай ҙа бәғзеләрҙең шәхси тормошонда ҡыйынлыҡтарға осрауы бар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һуңғы хәл-ваҡиғаларҙан тейешле һығымта яһарға тырышығыҙ. Бында үҙегеҙҙең хаталар ҙа бар кеүек. Элекке бәйләнештәр ҙә ҡамасаулай башланы шикелле. Был турала етди уйланырға ваҡыттыр. Йомала уяу булығыҙ, кемдер шикле тәҡдим менән мөрәжәғәт итер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна араһында йорт, ғаилә мәсьәләләре тәүге урынға сығыр, моғайын. Ҡайһы бер туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән аралашыу ике яҡҡа ла файҙалы буласаҡ. Иң мөһим ваҡиғалар шаршамбыға тура килер. Уларға алдан әҙерләнеүегеҙ зыян итмәҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Күптәр был арала килемдәрен арттыра алыр. Бәғзеләрҙең электән хыялланып йөрөгән әйберҙәрен һатып алырға мөмкинлеге булыр. Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Яҡындағы маҡсатығыҙ тураһында һөйләмәҫкә тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙналағы ваҡиғаларҙың тормошоғоҙға бер аҙ буталсыҡ индереүе ихтимал. Был бигерәк тә шишәмбегә һәм шаршамбыға ҡағыла. Һәр хәлдә ашыҡмай ғына, алдан уйлап эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт бара һымаҡ. Етәкселәр ҙә һеҙҙән ҡәнәғәт, буғай. Эш урынын алмаштырырға теләгәндәр был арала мотлаҡ уңыр. Осраҡлы ғына ишеткән яңылыҡты башҡаларға еткерергә кәңәш ителмәй. Аҙна аҙағында яҡындарығыҙ менән аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Матди хәлегеҙ менән ҡәнәғәт булырһығыҙ. Аҡса төрлө урындан даими килеп торор. Бар көндәр ҙә тигеҙ һәм артыҡ мәшәҡәтһеҙ үтер. Шаршамбыла юҡ-барға сәбәләнмәгеҙ. Йомала иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар көтә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Ләкин был турала башҡаларға ләм-мим. Ярҙам һораған кешеләргә мөмкин тиклем булышлыҡ итергә тырышығыҙ. Мәл яңы белем алыу өсөн үтә уңайлы.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күпселек осраҡта яҡшы таныш булған, үҙегеҙгә оҡшаған шөғөл менән булышырһығыҙ, моғайын. Элек йыйған тәжрибәгеҙҙең дә һиҙелерлек файҙаһы тейер. Кесе йомала уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ғөмүмән, кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында өйрәнелгән эш һәм көн тәртибен һаҡлағыҙ. Был арала бәғзеләр насар ғәҙәттәренән еңел генә ҡотола алыр. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр бигүк тыныс булмаҫҡа оҡшай. Бар хәлдә тынысыраҡ һәм түҙемлерәк булығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
ҡатмарлы мәсьәләләрҙе башҡаларға ҡарағанда еңелерәк хәл итерһегеҙ. Шуға күрә кешеләр һеҙгә ылығып торор. Ярҙам һораусылар ҙа булыр, моғайын. Аҙна араһында эшегеҙҙә тулы тәртип урынлаштырырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер кәрәкле әйберҙе һатып алырға форсат тейер.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә