RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?

18.08.2017 Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?

Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?йәки кредитҡа башланған тормош
Ике йырсы әхирәтем бар. Тик һуңғы арала улар менән һис кенә лә осрашып булмай – ваҡыттары юҡ. Ял көндәрендә икеһе ике ерҙә туй үткәреп, аҡса эшләйҙәр. Аҙаҡ биш көн буйы хәл йыйып, өйҙә ята бахырҡайҙар. һигеҙ сәғәт буйына 80 – 150 кешенең күңелен асыу анһат түгел шул! Икеһе лә бөтөнләйгә яратҡан эшен ташланы.

– Хәҙер халыҡ ҡыҙыҡ бит ул, концерт-спектаклдәргә йөрөргә аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләй. Ә бына иҫ киткес итеп туй йәки юбилей үткәрергә булһа, рәхим ит! Кемдер йылдар буйы тинләп аҡса йыя, кемдер кредитҡа бата. Әммә уларға мотлаҡ байрам кәрәк. Ярым буш залға ҡарап йырлағансы йәки көн оҙоно кабинетта ултырып, 15 мең һум эш хаҡы алғансы, ике көн йүгереп йөрөп шул уҡ аҡсаны эшләргә була, – тине улар миңә.
Ысынлап та, хәҙер туйҙар шаҡ ҡатырлыҡ итеп үтә шул. Хәйер, быға өйрәнеп тә барабыҙ шикелле, шаҡ ҡатып тороу онотола башланы. Шулай ҙа 50 мең һумлыҡ туй күлдәге, 17 килограмлыҡ торт, 20 залплы салют, сәғәтләп ҡуртымға алынған лимузин, бер ҡунаҡҡа 3 мең һумлыҡ меню, 30 мең һумлыҡ балдаҡ – сығымдарҙы һанай кит­һәң, иҫәбе-һаны юҡ – күрһәң, аптырап ҡалына шул. Тамада­ларҙың, йәғни табынды алып барыусыларҙың да хеҙмәте арзан түгел: эстрада йыһанын 2 – 3 йыр менән генә биҙәгән йырсы йораттары ла 15 мең һум һорап ҡуя. Ә инде хитҡа әйләнгән йыры булһа, хаҡ тағы ла арта. Театр артистары, билдәле йырсылар, “атҡаҙанған” йәки “халыҡ” исемдәре лә хәҙерге заманда тамада булараҡ хаҡ арттырыу өсөн кәрәктер ул. Бар ҡунаҡты бер иҙәнгә баҫтырған “командир”ҙан тыш, байрам хужалары 3 – 5 йырын башҡарыу өсөн үтә лә популяр йырсыны саҡыра. Йыл буйы аҡсаһын йәлләп концерттарға йөрөмәгән ҡунаҡтар рәхәтләнеп “йондоҙ”ҙо ҡосаҡлап бейей, фотоға төшә, ҡушылып йырлап та маташа. Сәғәте-минуты менән социаль селтәрҙәр фото һәм видео менән тула: йәнәһе, күрегеҙ, мин фәлән-фәләнов менән бер табында ултырҙым. Кем нисектер, ә мин был күренеште аҡса әрәм итеү тип иҫәпләйем.
Ә ғаилә ҡорорға йыйынған 20 – 25 йәшлек кисәге студенттар­ҙа бындай бай табын йыйырлыҡ аҡса юҡ. Барыһы ла атай-әсәй елкәһенә (был иң яҡшы осраҡ һанала) төшә. Балаһын яңы тормошҡа оҙатыусылар ҡысымаған ерҙәрен тырнай-тырнай, аҡсаһын иҫәпләргә тотона. Ярай ҙа улары матур ғына итеп йәшәп китһә, бәхетле булһа. Юғиһә яңы өйләнешкән ғаиләләрҙең һәр өсөнсөһө 2 – 3 йылдан һуң айырылышыу өсөн суд юлын тапай башлай. Ә инде кемдәр ата-әсәһен артыҡ хафаларға теләмәй, шулар туй үткәреү өсөн банктарҙан бер нисә кредит ала һәм 4 – 8 йыл буйы матур үткән туйҙы ҡаплай. Айырылышыу осрағы була ҡалһа, Аллам һаҡлаһын, бурыстар кемдең исемендә, шуға ғүмер буйы тиерлек терһәк тешләрҙәй булып туйҙы иҫләргә ҡала.
Ә бер уйлап ҡараһаң, туй сы­ғымдарына киткән 200 – 300 мең һум аҡсаны йәштәр ипотекаға тәүге иғәнә итеп һалһа, ҙур проблемалары хәл ителер ине. Атай-әсәйҙәр ҙә, ул тиклем бурысҡа батмаһа, айлыҡ түләүҙәрен ҡаплар­ға ярҙам итерлек мөмкинлек табыр. Тик, юҡ шул, йәштәргә мода артынан ҡыуыу, интернет селтәрендә фотолар менән маҡтаныу, кешеләрҙе шаҡ ҡатырыу мөһимерәк. Иртәгәһе – ишәккә, тигәндәй, бөгөнгө байрам мөһимерәк.
Нисек кенә булмаһын, мин туйҙарҙы яратмайым, саҡырыу килһә, баш тартыу өсөн төрлө сәбәп эҙләй башлайым. Туғандар менән күрешеү, аралашыу, мө­хәббәтле йәштәрҙе күҙәтеү, йырлашып ултырыу – былар­ҙың барыһы ла танһыҡ ул. Тик беҙҙең кеүек, илдәге уртаса эш хаҡынан 10 – 12 мең һумға кәмерәк аҡса алған ябай “бюджетник”ка туй байрамы үтә лә ҡиммәтле са­раға әйләнә. Ке­йем, күстәнәс, прическа, биҙәнеү (уларһыҙ һис булмай, сөнки һәр ҡунаҡта фә­ләнсә йөҙ мең һумлыҡ ҡорамалын тотҡан фотограф менән видеооператор саҡырыла. Бөтә донъя селтәренә сыҡҡан фотола һис кенә лә эштән йонсоған ҡатын булып күренге килмәй шул), бүләктәр – уныһы инде үҙе бер тарих. Кешенән кәм-хур булмайым, тегеләр ун мең һум һалғанда, мин нисек итеп биш мең тотоп барайым, тип ҡунаҡ та бурыс­ҡа бата. Ә туй барышында кеҫәңдән тағы ла бер нисә мең һумлыҡ ҡағыҙ сығып оса. Туй сығымын ҡапларға кәрәк бит, әйҙә, ашап-эскән, күңел асҡан ҡунаҡтар бер өлөшөн түләһен. Ғаиләләге тәүге бала кем булыуын теләп, ползункиға аҡсаңды һал, бейергә төшкән киленгә изге теләк менән аҡсаңды еллә, йәштәргә аяҙ көндәр насип булһын тип, зонтҡа аҡсаңды эл... Тик йәштәрҙә аҡыл тигән нәмә булмаһа, миллионлаған һум элһәң дә, тормоштары матур, ғаилә күктәре аяҙ булмаҫ шул. Уның араһында сәксәген дә, тортын да, һыуын да, араҡыһын да, гәзитен дә, лотерея билетын да һата башлаясаҡ байрам командиры булған тамада. Һөмһөҙөрәктәре көсләп тигәндәй ҡулыңа тоттора әле. Хәтеремдә, бер нисә йыл элек Күмертау ҡалаһының мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөүсе “йондоҙ” туғандарымдың туйында тамада булды. Өҫтәлдә ятҡан бананға аукцион үткәреп, бер бабайҙың ауыҙынан өнө сыҡмаһа ла: “500 һумға был олатай алам тип әйтте”, – тип, янына барып баҫты. Теге ҡунаҡ нимә эшләргә белмәй, кеҫәһенән аҡсаһын сығара башланы. Тик мажара бының менән генә бөтмәне әле, өҫтәлдә теҙелеп ултырған араҡы шешәһенең береһен алып, һатыу итергә тотондо. Янымда ултырған инәйемә эйелеп хәбәр һөйләйем, һатыуҙың нисек барыуында эшем юҡ. Башымды күтәргәндә теге әҙәм: “Был араҡыны һин 350 һумға алам тинең!” – тип эргәмдә тора ине. Оялышымдан һәм ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Ете йыл элек был минең өсөн ҙур сумма ине, янсығымда һуңғы 180 һум аҡсам ята. Ни­сек итеп был хәлдән сығырға белмәй аҙаплан­ғанда, хәлемде аңлап, ҡаршымда ултырған ағайым биш йөҙлөгөн һон­до. Әрһеҙ та­мада ҡулына эләккән аҡсаның сдачаһын да ҡайтармайынса, боролоп китте. Шунан алып, артыҡ аҡ­сам булмаһа, туй­ға барыуҙан баш тартам. Барған ос­раҡта инде тамада итеп кем саҡырылыуын ныҡлап һорашып алам. Күрәләтә әрһеҙлек менән аҡса йыйған тамадаларға, ғөмүмән, туйҙарға фобия ҡалды шикелле.
Туйға барһаң, туйып бар, тигән мәҡәл яйлап үҙ асылын юғалта бара. Хәҙер инде, янсығыңды тултырып бар, тип әйтергә лә була. Йәштәр бит кредит түләй! Беҙҙе шаҡ ҡатырған хәтәр шәп туй үткәреү өсөн. Барҙыңмы? Күрҙеңме? Шаҡ ҡаттыңмы? Сығар берәм-берәм ҡағыҙ аҡсаңды. Йөҙлөктө түгел, меңлекте! Ярай ҙа кредиттар тиҙ арала түләнһә. Юғиһә ҙур суммаларҙы күреп өйрәнмәгән йәштәр, туй бүләктәрен ҡоромай аҡҡан шишмәләй күреп, сит ил­дәргә, диңгеҙ буйҙарына “баллы ай”ға юллана. Унда бал да бит, ә өйҙә бурыстарҙың әсе һурпаһы көтә шул. Туй ҙа үтә, аҡса ла юҡ, етмәһә, кредиттарҙы ла түләргә кәрәк. Байрамдағы “әсе”гә үбешеп кенә йөрөгән йәш пар тормоштоң тәүге әсеһенән үк талаша, тартҡылаша башлай. Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, тигәндәй, ашарға ризыҡ алырға ла аҡсаң булмаһа, яратышып йәшәп булмай шул.
Туйҙарҙың шаҡ ҡатырғыс үтеүе бизнесты ла үҫтерҙе. Баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, һәр район үҙәгендә туй салондары асылды. Лимузиндарҙы прокатҡа биреү, кәләште биҙәндереү өсөн матурлыҡ үҙәктәре, байрамдар үткәреү агентлығы һәм башҡалар. Интернет аша туй аксессуарҙарын биҙәү, кейәү менән кәләшкә бейеү һалыу, фотоға һәм видеоға төшөрөү, кәләш гөлләмәһен дизайнлау, махсус биҙәлгән торттар бешереү кеүек хеҙмәттәрен рекламалаған яҙмалар көнө-төнө яуа ғына. Туйҙы ойоштороу хеҙмәте лә, хатта кейәү-кәләш менән эшләгән психологтар ҙа бар икән. Анау сама сығымды күреп, ғаилә ҡороу­ҙан баш тартып ҡуймаһындар, тиҙәр инде. Афарин! Һорау бар икән, тәҡдим дә буласаҡ. Кемдер “шаҡ ҡатырырға” аҡса йәлләмәй икән, рәхим итһен. Һәр замандың да үҙ алйоттары булған бит...
Әйткәндәй, тормош бик ҡыҙыҡ бит ул. Әхирәттәремдең береһенә ике йылда ике туй үткәрергә тура килгән. Бер кәләшкә. Ике туйҙың да бюджеты яҡынса 600 мең һум булған. Икенсе туйҙа кәләш күлдәкте Франциянан 2 мең долларға һатып алған. Ә тәүгеһендә йәштәр­ҙе ҡотлап йырлар өсөн Патрисия Каас үҙе килгән. Их, Париж, Париж!!! Ә беҙҙә туй, йәғни кредитҡа башланған өр-яңы тормош!

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»