RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҙмыштар юҡ, күрәһең…

02.08.2017 Уҙмыштар юҡ, күрәһең…

Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
...Ғәйебен йәшереп өйрәнмәгән, ошоғаса бер кемде алдағаны ла булмаған Ләйсән туҡтай алмай, буҫығып иланы ла иланы... Фәтих нисек йыуатырға белмәй, аптырап ҡатып ҡалды.
– Нимә булды, Ләйсән? Берәй яңылыш һүҙ әйттемме әллә? Йә, әйт инде, йәшермә.
– Нисек кенә әйтергә лә белмәйем шул... Һин барыбер аҙаҡ минең кемлегемде беләсәк­һең...
«Эй, иҫәр шул мин. Ниңә генә ҡалырға күндерҙем икән?!» – тип үкенә башланы Фәтих.
Ләйсән, һыу эсеп, әҙерәк ултырғас, яйлап һүҙ башланы.
– Мин һине алданым, Фәтих. Минең ғаиләм бар. Өйләнешеүебеҙгә йыл тула, тик мин уны ысын күңелдән ярата алманым. Йәнем менән уның сит кеше икәнен тоям, аңлайым… Тик әйтә генә алмайым. Аңлар әле, тип көтәм дә көтәм... Арыным инде көтөп.
– Нисек инде улай, нишләп кейәүгә сыҡтың һуң уға яратмағас? Кешене шулай ҡаты шаяртырға яраймы ни, Ләйсән!
– Йәлләгәнгә сыҡтым шул... Һөйөүен кире ҡаға алманым...
– Мин һиңә ике ай ваҡыт бирәм, уйла. Законлы айырылғас, үҙең миңә шылтыратыр­һың. Килеп алып китермен...
Ошо ваҡыттан алып бер хәбәр ҙә, шылтыратыу ҙа булманы Фәтихтән.
Онота ла башлағайны, буғай, Ләйсән уны. Һәм бөгөн элекке мөхәббәте кинәт кенә ҡаршыһына осраны.
– Сәләм, Ләйсән, хәлдәрең нисек? Ғәфү ит, оҙаҡ ҡайта алманым. Эш хаҡыбыҙҙы һуңлаттылар. Ирең менән мөнәсәбәттәрегеҙ нисек? Айырылманыңмы?
– Юҡ, булдыра алманым. Дөрөҫөрәге, бындай аҙымға бара алманым. Ғәфү ит, Фәтих. Үҙ бәхетеңде мотлаҡ осратырһың әле. Шул көндән алып мин үҙемде енәйәтсе кеүек тоям. Йоҡом йоҡо түгел. Ауыр миңә, Фәтих, ике ут араһында йәшәүе. Ҡабат мине эҙләмәүеңде үтенәм. Хоҙай биргән яҙмышым, күрәһең. Ә яҙмыштарҙан уҙмыш булмай ул. Хуш…
Бик күп йылдар үтте, һыуҙар аҡты. Яҙҙар артынан көҙҙәр килде. Көҙҙәрҙән һуң тағы ҡыштар... Тыуған яҡтарына күптән ҡайтҡаны булмағас, ҡыш көнө тип тормай, отпускыһында ҡайтып төштө Фәтих.
Туған-тыумасаһына буш ҡул инмәйем тип, туҡталыш янындағы магазинға инде. Бер пакет күстәнәс-маҙар алып ишеккә таба ыңғайланы... Һәм алдында таныш йөҙҙө күреп туҡтап ҡалды.
Кем әле ул? Шешенгән йөҙҙән ниндәйҙер һыҙат эҙләп торғанда, ҡатын үҙе телгә килде.
– Нимә, танымайһың дамы ни? Был мин – һинең йәнең өҙөлөп яратҡан Ләйсәнең! Ха-ха-ха... Башты төҙәт әле, зинһар, элекке мөхәббәт хаҡына... Ә һин теге ваҡыт хаҡ булғанһың бит, әй. Уңманым мин. Балабыҙ ҙа булманы. Ул икенсе ҡатынға сығып киткәс, ошо хәлгә төштөм. Бер кем борсомай хәҙер. Этеп кенә үтеп китәләр. Бәлки, һин дә... Ярай, хуш.
– Туҡта, Ләйсән! Һөйләшер кәрәк. Һин бит күрәләтә упҡынға тәгәрәйһең. Теләйһеңме, мин һине үҙем түләп кодировать итәм. Айыҡ аҡыл менән уйланып алырһың, исмаһам!
– Иң алда башты төҙәт – унан күҙ күрер...
– Тик бында түгел, ояты ни тора?!
– Минең бүлмәм бысраҡ, мин һине унда алып ҡайта алмайым.
– Улай булғас, минең ҡустыларға барабыҙ, хәлде аңлатабыҙ. Һәм мин һине ҡалаға дауаханаға алып барам.
– Теләһәң нишләт. Тик үлтермә мине, Фәтих!
Күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты Ләйсәндең.
Их, теге ваҡыт тыңлаған булһа... Ошо хәлгә төшмәҫ тә ине бит! Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәйне бит теге саҡта. Ошолор инде күрәһе яҙмышы ла...
Тап шулай эшләне Фәтих. Ҡустыларында ҡатындың башын төҙәтеп, мунса индергәс, тура ҡалаға алып китте.
Барыһы ла ыңғай ғына килеп сыҡты. Аҡса түләп, дауаханаға һалып ҡайтып китте.
Хушлашҡанда: «Рәхмәт, Фәтих, изгелегеңде онотмам! Йүнәлеп сыҡҡас та эшкә урынлашырмын, түләрмен әле», – тине бышылдап ҡына йәш ҡатын.
– Юҡ, кәрәкмәй. Дуҫлыҡ хаҡына эшләнгән изгелек өсөн түләмәйҙәр, Ләйсән. Һин мине һаман кәмһетәһең шикелле...
– Юҡ, Фәтих, мин һине һаман яратам...
Фәтихтең башына күҫәк менән һуҡтылармы ни?! Ошо һүҙҙе нисә йыл көттө ул. Уға ошоғаса бер кем дә был һүҙҙе әйткәне лә юҡ ине шул.
– Рәхмәт... Мин дә яратам шул. Юғиһә ошолайтып өҙөлөп тормаҫ инем бит. Ярай, ҡалғанын һин дауаланып сыҡҡас һөйләшербеҙ. Мин әле тиҙ генә был яҡтарҙан китмәйем. Ике йылғы отпускымды алдым. Телефонымды ҡалдырам. Көн дә хәлеңде белешеп торормон. Йүнәлеүеңде көтәм, матурым...
Ишеккә барып еткәнсе Ләйсәндән күҙен ала алманы.
Үкенестәр йәнен өтә ине. Ни хәл итәһең, Хоҙай ҡушыуҙары шул булғас, тигән уй башынан китмәне. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ икәнен тағы бер ҡат иҫенә төшөрҙө Фәтихкә был уй. Һаман ярата бит ул Ләйсәнде. Улар мотлаҡ бергә булырға тейеш!

Нуридә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»