RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңә

13.05.2017 Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңә

Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңәйәки ут менән шаярмайым
Йортобоҙ янында бер нисә ҡайын үҫә. Йәйгеһен эй матур инде. Ҡояш ҡыҙҙырғанда күләгәлә рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡышҡы һыуыҡта ағас­тар өҫтөнә бәҫ ҡунһа, үҙемде әкиәт доньяһындағылай хис итәм. Яҙын ағас­тар бөрөләнеп, япраҡ яра башлаһа, күңел йырламаҫ еренән йырлар. Көҙөн алтынға мансылып ултыралар. Япраҡтары ергә ҡойолоп, баҡсамдағы сәскәләремде ҡышҡы һыуыҡтарҙан һаҡлай, яҙға серетмәгә әйләнеп, тупраҡҡа шәп минерал булып тора.

Бер мәл үтә лә ҡыҙғаныс, шул уҡ ваҡытта ғүмеремә ҙур һабаҡ алдым шул япраҡтар­ҙан. Ҡыҙым менән икәү алғы яҡтағы баҡсалағы яп­раҡтарҙы көҙөн тырма ме­нән йы­йып, бер ергә өйөп яндырырға булдыҡ. Ҙур бер тау итеп өйөп ҡуйҙы ҡыҙым. Тауҙан тырмам менән бер өйөм япраҡҡа кеҫәләге шырпыны алып ут тоҡандырҙым. Ҡоро япраҡ тиҙ генә тоҡанып та китте. Һәм көтмәгәндән ҡайҙандыр көслө ел сығып, тоҡанған япраҡтарҙы осорҙо. Теге тау өйөмөнә барып тоҡанды. Уныһы дөрләп янып китте. Янында ултырған ағас буйлап ут менә башланы. Ә эргәлә бәләкәй өй, унан ҡапҡа, яңы төкәтмәне эшләп сыҡҡан ҙур өй. Ҡыҙым менән тырмалар менән янған япраҡтарҙы һүндерергә тырышабыҙ. Тупраҡ та һибәбеҙ, тик утты туҡтатып булмай. Баштан әллә ниндәй уйҙар үтә, иларға ла, ҡысҡырырға ла хәл юҡ. Һыу килтер, һыу, тип ҡыҙымды кәртә эсенә йүгерттем. Уныһы көсө еткәнсә ярты биҙрә һыу килтереп һипте. Тик ут көсәйеүен дауам итә. Бөттө баш, бөттө донъям. “Бар, атайыңды саҡыр!” – арт яҡта йөрөгән иремә ебәр­ҙем. Шул саҡ кисә йыуып элгән балаҫым иҫкә төштө. Йүгерҙем балаҫҡа. Көс-хәл менән алып килеп, янған япраҡ өҫтөнә йәйҙем дә балаҫ буйлап йүгерергә тотондом. Унан икенсе урынға шылдырып, йәнә өҫтөндә тапандым. Һүнгән ер ҡап-ҡара булып, төтөн сығарып ятып ҡала. Күпме аҙапланғанмындыр, белмәйем, ирем менән ҡыҙым йүгереп килеп еткәндә балаҫ өҫтөндә хәлһеҙләнеп илап ята инем. Эштең олоға китмәүе ҡыуаныс ине, шул уҡ ваҡытта үҙемдең ошо йәшемә етеп ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуым, бер нисә минут эсендә ғаиләмде урамда ҡалдыра яҙыуым өсөн оят та ине. Иремдең шелтәле ҡарашы әле һаман күҙ алдымда.
Ут тигәс, йәнә бер хәл иҫкә төштө. Мейестән көл алырға булдым. Араһына бер нисә бөртөк ҡуҙ эләкте. Ҡыш­ҡы көн бит, картуф баҡсаһына һибермен әле, ҡар өҫтөндә үҙенән-үҙе һүнер, тип уйланым. Бер ҡулыма көллө биҙрә, икенсеһенә быҙауға йылымыс һыу алып, кәртәгә сыҡтым. Тәүҙә быҙауға һыу ултыртайым тип, ояға инешләй көллө биҙрәмде бәҙрәф эргәһенә ҡуйҙым. Йылы биҙрәне ҡар өҫтөнә ҡуйыуым булды, шылып төштө лә китте. Хәҙер шылырһың шылмай, тип бәҙрәфкә терәп ултырттым. Мал араһында оҙаҡлап кителде, сығыуыма теге һүнеп барған кеүек ине. Ярай, һүнерҙәр әле, тип өйгә буш инмәҫкә булып, бер ҡосаҡ утын алдым. Унан эштәр сығып ҡына торҙо. Ул көнөм шулай үтте. Икенсе көндө бәҙрәфкә инһәм, ике таҡта араһы янып, йоҙроҡ самаһы тишек өңрәйеп тора. Бында кем ут төрттө, кем этлеге, тип уйлайым. Өйгә ингәс тә иремдән һорайым, уныһы, белмәйем, тип яурынын һикертте. Ҡыҙым да бер ни белмәй. Аҙна тирәһеләй уйланып йөрөнөм, икенсе көл алғансы. Көл биҙрәһен эҙләйем, юҡ, таба алмайым. Унан ҡасан алғанымды, ҡайҙа ҡуйғанымды иҫкә төшөрөп, эҙләй башланым. Бәй-бәй, бына ла баһа. Бәҙрәфкә кем ут төрткәнен асыҡланым. Үҙем бит, үҙем. Һүнеп барған ҡуҙ һүнмәй, алданғанмын. Ә мин тағы һаҡһыҙ ҡыланғанмын. Иремә был юлы әйтеп торманым...
Ошо ваҡиғаларҙан һуң ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙың ниндәй оло афәткә килтереүен аңланым. Бөгөн иһә иң ҡурҡҡаным – ут. Һаҡ булайыҡ, һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер.
Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»