RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тауыҡ ҡыҙына торған ер (хикәйә)

19.09.2016 Тауыҡ ҡыҙына торған ер (хикәйә)

Тауыҡ ҡыҙына торған ер (хикәйә)Ҡойма буйында үҫкән виноград ҡыуағы ботаҡтарын ваҡ ҡына йәм-йәшел емештәр һырып алған. Ялтырағансы шымартылған малахит төймәләрҙе хәтерләтә улар. Көҙөн инде, бешеп еткәс, зәңгәрһыу-ҡара төҫкә инерҙәр. Ҡыуаҡты тирәләп себен осоп йөрөй, аҡрын ғына безелдәп, нимәлер эҙләй. Өҫтәге бер япрағында күбәләк ҡыҙына, ара-тирә ҡанаттарын күтәреп, ҡояшта йылынған тәнен елләтеп ала. Ҡыуаҡ янында ҡоба һыртлы тауыҡ һоро туҙанда ҡойона. Әле яңы ғына килеп ятты ул бында. Фәрит ихатаға аяҡ баҫҡайны ғына, болдор артынан килеп тә сыҡты. Хужаһын күргәс, ике терһәген күтәреп, сүгәләгәндәй итте. Фәрит йорт ҡошон ҡулына алып, арҡаһынан һыйпаны ла, ергә ҡуйҙы. Тегеһе виноград ҡыуағына табан атланы. Лепләгән тауыҡ, тиҙәр ундайҙарҙы беҙҙең яҡтарҙа.
Ҡулға эйәләшеү тарихы бик ҡыҙыҡлы булды уның. Әйткәндәй, шул тауыҡ ярҙам итте лә инде Фәриткә виноград ултыртыу өсөн урын һайларға...

1.
Бер йылды шулай, март һыуыҡтары үтеү менән, көслө бурандар башланды. Ел үҙе генә ҡотороноп әллә ни ҡыра ла алмаҫ ине – уның ыжғырыуына ҡушылып, ишеп ҡар яуҙы. Ҡыш буйы үҙ ауырлығынан баҫыла-баҫыла күтәрелеп, ҡойма тигеҙлеге булған иҫке ҡар өҫтөндә зәңгәрһыуланып сағылған еп-еңел, тап-таҙа, бейек-бейек йәш көрттәр хасил булды.
Шундай урамға сыҡмаҫлыҡ көндәрҙең береһендә Фәрит яңы өйөндә аш яғының иҙәнен тығыҙлап маташа ине. Иҙән ярыҡтарының береһенән виноград тосо килеп сыҡмаһынмы. Былтыр көҙ ҡоҙаһы Рәшит алып килгән күстәнәстеке бит был. Өҫтәлдән иҙәнгә тәгәрәгән дә, ярыҡҡа ҡыҫылып, айҙар буйы ошонда ятҡан инде.
– Баҡсамда үҙем үҫтерәм. Кушнаренко питомнигында ғалим-баҡсасы Лидия Стреляева беҙҙең яҡтарға яраҡлаштырған виноград төрө был. Мул уңыш бирә. Урынын белеп ултыртырға, иренмәйенсә ҡарай белергә генә кәрәк. Үҫентеләрен һиңә лә бирермен, йылы, ышыҡ урын тап, – тигәйне ҡунаҡ.
Фәриттең:
– Ышыҡ ер күп инде ул, – тип әйтеүенә:
– Виноград ултыртыу өсөн иң яҡшы урын – тауыҡ ҡыҙына торған ер, – тип яуап ҡайтарҙы ул, ике һөйләргә сәбәп ҡалдырмайынса.
Буран туҡтап, күк аяҙайғас, көндәр кинәт кенә йылытып ебәрҙе. Тәүҙә ҡабарынҡы яңы көрттәр шиңеп юғалды, шунан һуң улар аҫтынан килеп сыҡҡан иҫке тығыҙ ҡар өйөмдәре биттәрен күктән урғылған йылы нурҙар аҫтына ҡуйҙы. Ҡояшҡа ярҙамға яҙғы йомшаҡ ел килде, аҙна-ун көн дә үтмәне, эсе һалҡын һыу менән тулған көпшәк ҡар шиңеп юғалды, ер асылды, парға әйләнеп осоусы йылы ҡуйы дым эсендә үлән йәшәрә башланы.
Ҡоҙаһы менән һөйләшкәндә артыҡ иҫе китеп бармаһа ла, яҙ башында ярыҡтан табыл­ған тос нишләптер дәртләндереп ебәргәйне Фәритте. Табылмаһа, виноград хаҡында, бәлки, бөтөнләй онотҡан да булыр ине. Ихата-баҡса тирәһендәге иң йылы ышыҡ урындарҙы ул шул көндәрҙән үк барларға кереште. Тауыҡтарға күҙ һалғыланы. Тик улар ҡыҙынып ятҡан ерҙәр йә болдор яны ине, йә башҡа шундай ағас үҫтереү өсөн уңайһыҙ урын булып сыҡты.

2.
Йәй башында әлеге ҡоба һыртлы тауыҡ ихатаның төньяғын сикләгән ҡойма буйында семсенеп йөрөй башланы. Бер көндө Фәрит уның шундағы көл кеүек һибелеүсән ҡоро тупраҡта ҡыҙынған сағына тура килде. Тауыҡ йылыға иҙрәгән, һоро элпә аҫтындағы йомоҡ күҙҙәре ваҡ ҡына һай йәйкәләр эсендә тап-таман булып ултырған шарсыҡтарҙы хәтерләтә. “Тауыҡ төшөнә ярма инә”, – тигән әйтем бар. Ярма күрәме икән ул төшөндә, селәүсенме йәки емме, бәлки, йомортҡа һалыуын, себеш сығарыуын күрәлер. Ни күрһә лә күрәлер, әммә һалҡын елдән иң ышыҡ, ҡояш нурҙары иң һәйбәт уйнаған урын ошо булырға тейеш.
Фәрит шул урынға таяҡ ҡағып ҡуймаҡсы булды. Виноградты ул ошонда ултыртасаҡ. Утынлыҡта балта менән оҙон ғына бер ағасты осланы ла ҡойма яғына атланы. Бөтә донъяһын онотоп, йоҡомһорап ултырған ҡош, янына кинәт килеп баҫҡан кеше аяҡтарының тибрәнеүен тойоп, һиҫкәнеп китте, күҙҙәрен асты. Һикереп торҙо ла, ҡурҡыуынан донъя бөтөрөп ҡытаҡлай-ҡытаҡлай, ҡойма аша баҡсаға осто. Баҡсаға төшкәс тә тыныслана алманы әле: ҡысҡырыуын дауам итеп, картуф һабаҡтары йәшелләнеп ятҡан ырҙынға табан йүгерҙе, ырҙын башында торған мунса артына инеп юғалды.
Көтмәгәндә ҡупҡан ғауға ихаталағы тауыҡтар­ҙы шөбһәгә һалды. Бер нисәһе, тамаҡ төптәренән ғуғылдаған ауаз сығарып, тирә-яҡҡа шикле ҡараш ташланы. Аҡ әтәс тә башын күтәр­ҙе, Фәриткә тәүҙә уң күҙе, унан һул күҙе менән ҡараны ла, бик зәһәр асыуланып, ҡуҡылдап ҡуйҙы, шунан, ҡанат ҡағып: “Кикерикү-ү-үк!” – тип донъя яңғыратты.
Уның сиратлап ике күҙе менән ҡарауы ниҙән икәнлеген беләһегеҙме? Нығыраҡ иҫендә ҡалдырыу өсөн. Ҡоштарҙың уң күҙе күргәнде – һул күҙе, һул күҙе күргәнде уң күҙе белмәй икән. Сөнки мейеләренең төҙөлөшө шундай. Бер күҙе менән генә хәтерендә ҡалдырып, һуңыраҡ икенсе күҙе менән күрһә, дошманын нисек таныр?..

3.
Ҡоба һыртлы тауыҡ ҡыҙынып ятҡан урынды Фәрит Һәйбәтләп иҫләмәгәйне – соҡорланып торған урындар күп, әммә ҡайһыһында тауыҡ ултырғанын аныҡ ҡына белә алманы. Ихатала кинәт ҡупҡан ғауға ҡамасауланы. Нисек тә тауыҡты тынысландырырға кәрәк. Бәлки, тағы ла ошонда килеп ҡыҙыныр. Шунда инде виноград ултыртыу өсөн урынды һәйбәтләп ҡарап ҡуйыр. Бая ҡупҡан шау-шыуҙы оноттороу һәм ихаталағы тыныслыҡты ҡайтарыу өсөн тауыҡтарға ем алып сыҡты. Уны аҙбар ҡапҡаһы янындағы ҙур табаҡҡа бушатты. Үҙен уратып алған ҡоштар араһында ҡоба һыртлы тауыҡ күренмәне. Тегеләре емде ашап бөтөргәндә генә ҡайҙандыр килеп сыҡты был. Инде тыныс­ланып өлгөргән булһа ла, ҡиәфәтендә ниндәйҙер шом бар ине әле уның. Әленән-әле күҙҙәре йомола, ҡалтыранып ҡуя. Емдең һуңғы бөртөктәренә үрелгәйне, сыбар тауыҡ бирмәне – көйәҙ ҡойроғон ҡаршы ҡуйып боролдо ла, ашыға-ашыға үҙе сүпләп бөтөрҙө. Ситкә китеп, ҡапҡанын төйөлә-төйөлә йотто, башын әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыйшайтып, томшоғон сиҙәмгә һөрттө, шунан, бик ҡәнәғәт булып, аҙбарға инеп китте.
Юҡ, былай ярамай. Фәриткә виноград ултыртыу өсөн йылы урын күрһәтәһе тауыҡ ас ҡалды бит. Уның үҙенә айырым ем алып сыҡмайынса булмай. Етмәһә, ул уны өркөттө, шуның зыяны хаҡын да ҡайтарырға кәрәк.

4.
Фәрит ишектән сыҡҡанда ҡыҙғылт әтәс аҙбар ҡоймаһы буйында тибенеп, бик эре ҡиәфәт менән тауыҡтарҙы үҙ янына саҡырып тора ине.
– Ко-ко-ко-ко-ко-ко-ко!
Беренсе булып ҡоба һыртлы тауыҡ килеп етте. Әтәс уға ғорур ғына ҡарап алды ла, томшоғона ҡабып, ер өҫтөнән туҙанға батҡан бер селәүсен күтәрҙе, шунан уны ситкә ташланы. Ҡоба һыртлы тауыҡ ҡоро тупраҡҡа буялған селәүсенде ялт итеп эләктереп, етеҙ генә йүгереп китте. Уға теге сыбар тауыҡ эйәрҙе. “Ҡыуып етеп, тартып алып булмаҫмы?”
Арттарынан йәнә ике-өс тауыҡ ҡойроҡ булып тағылды. Быларҙан ҡасып, ҡоба һыртлы тауыҡ ихатаны бер әйләнде лә, аҙбар ҡоймаһына осоп менмәксе булды. Тик көсөн дөрөҫ иҫәпләмәне – тәпәйҙәре менән ҡоймаға ҡуна алманы, ә күкрәге менән килеп бәрелде. Башы ике таҡта араһына ҡыҫылып, аҫылынып ҡалды. Уның, ҡотолорға теләп, фыр-фыр ҡанат ҡағыуынан ҡурҡышып, ихаталағы тауыҡтар ҡайһыһы ҡайҙа ҡасып, таралышып бөттө. Томшоғондағы селәүсен ысҡынып, аҙбар яғына төштө.
Әле яңы аҙбар ихатаһына килеп ингән әтәс селәүсенде шундуҡ шәйләп тә алды, йәнә тауыҡтарын саҡырҙы. Ә ҡойманың теге яғында аҫылынып бәргеләнгән ҡоба һыртлыны, оҙон кәкре томшоҡло, күҙҙәре аҡайып сыҡҡан башы аҙбар яғында күренеп торһа ла, иҫләмәне лә. Әтәс янына бер нисә себеш йүгереп килгәйне – үҙенең балалары бит инде – уң тәпәйе менән ергә тибеп, муйынын һуҙып, асыуланып, уларҙы ҡыуып ебәрҙе.
Бына ниндәй ҙур ул әтәстең тауыҡтарға мөхәббәте! Иң алдан аҡ тауыҡ өлгөрҙө – селәүсен уға булды, артынан теркелдәп килеп еткән сыбар тауыҡҡа эләкмәне.
Шул арала Фәрит ҡоба һыртлы тауыҡты ике таҡта араһынан тартып алды. Ҡысҡырта-ҡысҡырта аҙбарға алып инеп, буш бүлмәгә япты, алдына мул итеп бойҙай һалды.
– Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпме ек күрҙең, – тине.

5.
Аҙнаға яҡын көттө Фәрит уның яңынан ҡыҙынырға ултырыуын, әммә тегеһе ашыҡманы. Башҡа тауыҡтар ҙа ҡояшта ҡыҙына ине, тик улар һайлаған урындар, ҡасан ҡарама, виноград ултыртырға уңайһыҙ ер булды. Бәлки, ул теге күңелһеҙ ваҡиғаны хәтерендә ҡалдырып, бында аяғы тартмайҙыр?
Фәрит уны айырым ашатырға булды. Аулаҡ урында тура килтереп, икмәк валсыҡтары менән һыйланы, ем бирҙе, ярма һипте. Әммә ул барыбер бер үҙе оҙаҡ һыйлана алмай ине. Ҡойма ярыҡтарынан күрепме, тәмле еҫ һиҙепме, башҡа тауыҡтар ҙа сабышып килеп етә, ҡоба һыртлыны уратып ала, уның аҙығына үрелә. Шулай ҙа ул, бер йәшлек ҡоба һыртлы тауыҡ, тиҙ арала ҡулға эйәләшеп китте. Янына килһәң, леп итеп туҡтай ҙа, сүгә, ҡанаттарының терһәк осон юғары күтәрә, үҙен күтәреп алыуҙарын көтә. Арҡаһынан һыйпарға ла ирек ҡуя, бесәй кеүек мырылдап ебәрһә лә аптырамаҫһың. Тауышы ла үҙенсәлеклегә әйләнде бит уның. Ҡулда оҙағыраҡ тотһаң, әллә ниндәй сүрелдәгән ауаздар сығара. Шуға күрә уға Сүр-Сүр тип исем ҡушты. Ҡош үҙенә яҡшы киләсәк һайланы. Ҡулға эйәләшкән тауыҡтан, ғәҙәттә, аш бешермәйҙәр, айырым иғтибар һәм тәрбиә булғас, ул оҙаҡ йылдар йәшәй.

6.
Көтә торғас, моратына иреште бит Фәрит. Тынысланған Сүр-Сүр бер саҡ ҡойма буйына килеп туҡтаны. Ерҙе бер аҙ тырнаны ла, йәйелеп ултырҙы. Күҙҙәрен йомдо. Теге ваҡиғаны хәтерләйме икән ҡош, уныһы билдәһеҙ. Хәтерләй икән, тимәк, ваҡыт уҙғас, ул уның өсөн әһәмиәтен юғалтҡан. Юҡ икән, был урынды иҫенән сығарып, ул уны яңынан асҡан. Тауыҡ хәтере ун биш минут ҡына, тип әйтеүселәр ҙә бар. Тик Фәрит был һүҙҙәргә ышанмай. Улай булһа, Сүр-Сүр ҡулға эйәләшә алыр инеме икән һуң?..
Ғауғанан һуң онотолоп ҡалған сөй ҡойма буйында дәррәү күтәрелеп киткән үләнгә күмелеп бөтә яҙған. Фәрит тауыҡты ҡулына алды, арҡаһынан һыйпап, ергә баҫтырҙы ла, тегеһе, сүрелдәп, ситкә киткәс, ул ятҡан урын­ға һәйбәтләп сөйҙө ҡағып ҡуйҙы. Көҙөн шунда виноград ултыртты. Ул яҡшы ғына үҫеп китте.

7.
Сүр-Сүр йәй һайын виноград ҡыуағы янында ҡыҙынды. Ул ултырған урындағы балсыҡ ныҡ йомшарған. Тауыҡтың тәпәйҙәре күренмәй ҙә хәҙер, улар ҡоштоң аҫтында, сөнки ул үҙенә урын әҙерләгәндә тырнаҡтары менән соҡолоп, йомшарып бөткән ер ҡош мамығы тултырыл­ған оя кеүек булған. Шуныһы ғәжәп, нисек улай булғандыр, ҡыуаҡтың бер тамырына ла зыян һалманы ул.
Бына шундай ваҡиғалар булғайны ихата ситендә көньяҡлап виноград ултыртҡан йылды. Шунан бирле өс-дүрт ҡыш үтеп, йәнә йәй башланды.
... Ботаҡтарын малахит төймәләрҙе хәтерләтеүсе йәм-йәшел, көҙ еткәс, зәңгәрһыу-ҡара төҫкә инеүсе ваҡ ҡына емештәр һырып алған, тирәһендә ялҡау ғына безелдәп себен осоп йөрөгән, өҫтәге бер япрағында, ҡанаттарын күтәргеләп, ҡыҙған тәнен елләтеп алыусы күбәләк ултырған виноград ҡыуағы янына һаҡ ҡына килде лә Фәрит, ҡояшта ғәмһеҙ генә ҡыҙынып ятҡан ҡоба һыртлы тауыҡҡа йәнә күҙ һалды. Бер аҙ ҡарап торғас, соландан тары ярмаһы алып сығып, ашыҡмай ғына ҡыуаҡ янына һипте. Сүр-Сүр, ярманы күреп, урынынан ҡуҙғалды. Елпенеп, ҡанаттары араһына тулған туҙанды ҡаҡты ла тамаҡ туйҙырырға кереште. Уның ерҙән ниҙер сүпләгәнен күреп, аҙбарҙа сүпле-тиҙәкле һалам араһында тибенеп йөрөгән башҡа тауыҡтар, уларға эйәреп, аҡ ҡаурыйҙары сыға башлаған себештәр абына-һөрөнә сабышып килеп етте. Арттарынан ғорур аҙымдар менән, тирә-яҡтағыларға тәкәббер ҡараш ташлап, башын юғары сөйгән, уҙған яҙ ғына гәүһәрҙәй йоморт­ҡанан моронлап, инде оҙон тәпәйле, ялтырауыҡ ҡаурыйлы, ҡып-ҡыҙыл тулы кикрекле аҙбар хужаһына әйләнгән йәш аҡ әтәс күренде.

Илдус ТИМЕРХАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»