RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек»тең беренсе бәпесе – Зөбәржәт

04.12.2010 «Йәшлек»тең беренсе бәпесе – Зөбәржәт

«Йәшлек»тең беренсе бәпесе – ЗөбәржәтЕгерме йыл ғүмер. Әҙәм балаһының ғына йөҙөндә, килеш-килбәтендә, хатта бөтөн булмышында юйылмаҫлыҡ эҙҙәрен ҡалдыра, тип йөрөһәм, баҡһаң, йылдар гәзит биттәрен дә үҙгәрмәҫлек итеп һарғайта, таушалдыра икән. Бына, егерме йыл элек сыҡҡан «Йәшлек» гәзитенең төпләмәһе ҡулыма килеп эләккәс, биттәрен бер-бер артлы ҡыҙыҡһынып аҡтарам. ҡасандыр аҡҡа ҡара менән баҫылған хәрефтәр бер аҙ уңып, ҡағыҙға буяу ныҡ һеңеп тарал­ғанлыҡтан, тоноҡланып ҡалған. Ә фотоһүрәттәре... күҙҙең яуын алып торған бөгөнгө сағыу төҫтәгеләре менән сағыштырырлыҡмы һуң?! Эйе, ваҡыт тигәнең үҙенекен эшләй...
Хәйер, эшләмәй ни. Ана бит, Башҡорт дәүләт педагогия институтын яңы ғына тамамлап, бынан егерме йыл элек яңы ғына «тыуған» «Йәшлек»тең тәүге корректорҙарының береһе булып эшләп йөрөгән Земфира Аҡбутинаның нәҡ шул йылда был донъяға пәйҙә булыуын белдереп яр һалған ҡыҙғынаһы Зөбәржәт тә, өс йыл элек урта мәктәпте тамамлап, әсәһе тамамлаған уҡыу йортоноң өсөнсө курсында уҡып йөрөй бит. ҡарасәле, ҡыҙы – Земфираның тап йәш ваҡыты! Ике тамсы һыумы ни – бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар! Земфираның йәш саҡтағы, ә ҡыҙының бөгөнгө фотоһүрәтен йәнәш ҡуйһаң, белмәгән кешеләр уларҙы игеҙәк тип уйламаҫ тимә.
«Йәшлек»тәр бынан егерме йыл элек Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының мехфагы ятағына Земфира менән Дәүләтбай Аҡбутиндарҙың бәпес туйына барыуҙарын әле булһа йәмле итеп иҫләй. Йәш балаһы булыуға, ҡыҫыҡ ҡына бүлмәлә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, йәш атай һәм әсәй өҫтәл тултырып һый әҙерләргә лә форсат тапҡан. Һый өҫтәле артында булыусы­ларҙың үҙҙәре әйтеүенсә, Зем­фи­раның ит бәлештәре, былауы, туҡмаслы ашының тәме һаман да булһа ауыҙҙарынан китмәгән.
Туҡта әле, һүҙ бөгөн төп геройыбыҙ – «Йәшлек»тең йәштәше, ҡорҙашы Зөбәр­жәт тураһында бара түгелме әле? Юғиһә тәртәбеҙ Земфира яғына борола ла китә.
Зөбәржәткә бындай ҙа матур, ятышлы исемде атаһы менән әсәһе һайлаған. Ни өсөн, тиһегеҙме? Яңы тыуған сабыйҙың күҙҙәре зәңгәрһыу-йәшел булған. Йылдар, баҡһаң, хатта күҙҙәр­ҙең дә, сәстәрҙең дә төҫөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә икән: ҡыҙыбыҙҙың күҙҙәре ҡуңыртланған, сәстәре ҡарайған! Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиеүҙәре раҫ икән. Зөбәржәт әсәһе кеүек яҙышырға, сигергә, ырғаҡ менән бәйләргә ярата. Әле урта кластарҙа уҡып йөрөгәнендә үк ул, «Йәншишмә» гәзитенә яҙышып, «Йәш хәбәрсе» тигән исемгә лайыҡ булған. Әсәһе менән бергә йә Бөрйәнгә, йә Өфөгә сәфәр сыға торғас, ҡыҙҙың күңеленә сәйәхәтсе орлоғо төшкән дә ҡуйған. Шуға күрә лә ул киләсәккә алыҫ кинәйә менән университеттың башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға ингән. Сәйәхәттәр ваҡытында сит ил вәкилдәре менән аралашыуы уға киләсәктә бер ни тормаясаҡ. Сит тел – сит тел, әммә туған тел барыбер яҡыныраҡ: Зөбәржәт әхирәттәре менән Башҡорт дәүләт драма театрына, филармонияға, башҡорт дискотекаларына йөрөргә, туған телдә яҙылған нәфис әҙәбиәтте уҡырға ярата. Яҙышыу тураһында ла уйлана ул. Өфөлә тыуһа ла, бала сағы үткән Ейәнсура районының Ибрай ауылын, мәктәбен, уҡытыусыларын, класташтарын, бигерәк тә тыуған яғы тәбиғәтен ныҡ һағына. Байрам, каникул көндәрендә атай йортона ҡайтып, төн ҡунып, иртә менән күҙҙәрен тырнап асыу менән ишек алдына йүгереп сыға ла, кәртә артындағы тауҙарына, урмандарына һоҡланып туя алмай. ҡышын саңғыға баҫып, йәйен үҙе яратҡан тәбиғәт мөйөшөнә йүгереп барып килә. Һәр күренеш, хәл-ваҡиға, иләҫ ҡыҙҙың күңелен хис-тойғолар менән сорнап, илһам, дәрт өҫтәй.
«Йәшлек»тең егерме йыллыҡ юбилейы алдынан уның яңы тыуған көндәренән алып ошо көнгә тиклем баҫма биттәрен матурлау, төрләү, гәзит уҡыусылар күңелен арбау өсөн көс-тырышлығын йәлләмәгән хеҙмәткәрҙәребеҙҙе барлап сыҡтыҡ. Кемдәрҙер хаҡлы ялға сығып, имен-аман көн күрә, икенселәр, күңел талабы буйынса башҡа һөнәр юлынан китеп, арыу ғына уңыштарға өлгәшкән, өсөнсөләр ғаиләһен ишәйтеп, балалар тәрбиәләй. Беҙҙең Земфира ла, Дәүләтбайы диплом алғас, иренең тыуған районына һәм ауылына юллана һәм Ибрай урта мәктәбендә эшләй башлай. Ошо йылдар эсендә ул тағы ла ике балаға ғүмер бирә. Мәктәп эшендә лә (ул – юғары категориялы уҡытыусы, ике шиғырҙар йыйынтығы авторы, РФ-ның «Өлгөлө уҡытыусылар» конкурсында грант яулаусы), йәмәғәт эшендә лә (ҡатын-ҡыҙҙар советы, профком ағзаһы, мәктәптә йәмәғәт инспекторы һәм башҡалар) ҡәҙимге ҡаҙаныштар яулай. ҡәйнәһе менән дә егерме йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер итә. Тоғро ир ҡатыны, яҡшы иптәш, хәстәрле әсә. Бындай әсәнән тыуған ҡыҙ киләсәктә лә һынатмаҫ, моғайын. Зөбәржәт, «Йәшлек»те үҙеңә юлдаш итеп һайлаһаң, һин дә был тормошта уңыр­һың!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә