RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Шишмә»нең тартыу көсө

07.12.2010 «Шишмә»нең тартыу көсө

«Шишмә»нең тартыу көсөМалсылыҡ тармағындағы хеҙмәтте бер кем дә еңел тимәҫ. Таң менән фермаға эшкә юлланыу, йәмәғәт малын үҙ ихатаңдағылай ҡарау ауыр ҙа, яуаплы ла. Шуға был шөғөлдө ауыл тормошон ихлас яратҡан, ҡыйынлыктарҙан ҡурҡмаған уңғандар ғына һайлай. Һәм бары тик улар ғына белә – ит-һөт, ҡаймаҡ табынға ҡуйылғансы күпме көс, тырышлыҡ бәрәбәренә төшә.
«Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Кәрим Рәҡипов менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта башланды. Үҙе етәкләгән хужалыҡ эшсәндәренә, ғөмүмән, ауыл кешеһенә ихтирамы ҙур уның. Үҙе ошо ерҙә тыуып үҫеп, хеҙмәт йылдарын тулыһынса тиерлек тыуған ауылына, «Шишмә» хужалығын үҫтереүгә бағышлаған. Бөгөн дә шул уҡ хәстәрлектәр менән йәшәй.
Ауылдаштары Кәрим Рәҡиповтың «Шишмә»не бөгөнгө кимәлгә күтәреү өсөн күпме көс һалыуын яҡшы белә. Хужалыҡ 2000 йылда республикала тәүгеләрҙән булып тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүгә лицензия ала. Бындай статусҡа эйә булыу өсөн, тәү сиратта, хужалыҡтың иҡтисади тотороҡлоғо, малсылыҡ базаһының ныҡлығы, кадрҙар потенциалы төп шарт итеп ҡуйыла. Ә «Шишмә»лә әле 1973 йылда уҡ тоҡомсолоҡ фермаһы ойошторол­ған була һәм ул һәр ваҡыт нәҫел көтөүен һаҡлау нигеҙе булып тора.
Хужалыҡта элек-электән бестужев тоҡомло малдар аҫрала. Улар беҙҙең шарттарға яраҡлашҡан, талымһыҙ, продукцияны мул бирә. Әммә һуңғы йылдарҙа республикаға ҡара-сыбар тоҡомло малдар күпләп ҡайтарыла башлағас, бестужев тоҡомона ҡараш һүлпәнәйә. Ә «шишмә»ләр үҙ хужалығы миҫалында был тоҡомдоң файҙаланып еткерелмәгән мөмкинлектәре булыуын раҫлай. Бында ғалимдар менән хеҙмәттәшлек тә булышлыҡ итә. Ә инде 2003 йылда «Шишмә» хужалығында малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә. Был үҙе үк ил кимәлендә уртаҡлашырҙай тәжрибә булыуын дәлилләй.
Әлеге эшлекле саранан һуң хужалыҡҡа тоҡомсолоҡ эшен артабан дауам итеүгә лицензияны оҙайтыу мөмкинлеге бирелә.
Дөрөҫ, хужалыҡ көтөүендә ҡара-сыбар тоҡомло малдар ҙа бар. Ике йыл элек 170 баш әлеге тоҡом таналарын ҡайтартҡандар. Иң мөһиме, бында малдарҙы бар шартына тура килтереп ҡарайҙар. Уңыштың төп сере шундалыр, моғайын. Әйтәйек, ҡара-сыбар һыйырҙар тәбиғәте менән нәзәкәтлерәк. Шуға был көтөү өсөн заманса һауыу залы булдырғандар.
Һыйырҙың һөтө – телендә, тиҙәр. Быйылғы ҡоролоҡло йәйҙән һуң был әйтем айырыуса актуаль яңғырай. Сөнки мал аҙығын кәрәгенсә әҙерләү мөмкинлеге булманы. Дөрөҫ, хөкүмәт тарафынан был маҡсатта субсидиялар бүлеү ныҡ ярҙам иткән. «Шишмә»ләр хужалыҡҡа бирелгән 5 миллион һум субсидияны маҡсатлы файҙаланған. Уның бер ни ҡәҙәр өлөшөнә Пермь өлкәһенән бесән ҡайтартҡандар. Уны хеҙмәт хаҡы, ә пенсионерҙарға түләү иҫәбенә шәхси хужалыҡтарға ла өләшкәндәр. Субсидия аҡсаһына шулай уҡ сәсеүгә кәрәкле орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалы алып ҡуйғандар.
Мал аҙығына килгәндә, фураж етерлек, ә бына һалам, сенаж наҡыҫыраҡ. Һәр хәлдә, бөгөн бөтә тырышлыҡ ҡышты имен үткәреүгә, малдар һанын кәметмәүгә йүнәлтелгән.
Дөрөҫ, етәксенең күңелен борсоған мәсьәләләр ҙә бар:
– Һуңғы ун биш йылда һөт етештереүҙе икеләтә арттырыуға ирештек. Әлегә­сә малсылыҡ про­дукцияһын йыл һайын 6 – 10 процентҡа арттырып килдек. Былтыр 21 мең центнер һөт һауып алыуға ирештек. Әммә әлеге ваҡытта үткән йылдың шул осорона ҡарата өстән ике өлөш кенә продукция алабыҙ. Сөнки ҡоролоҡ малдарҙың физик хәлендә кире сағылыш тапты. Улар продукт биреү потенциалын үҙен һаҡлауға, сәләмәт үрсем биреүгә йүнәлтә, – тип һөйләй Кәрим Тимерзаһит улы. – Шуға ла малсылыҡ бөгөн айырым иғтибар талап итә.
Малдар төҙөкләндерелгән йылы аҙбарҙарға индерелгән. Биналарҙы төҙөү-төҙөкләндереүгә быйыл бер миллион һум аҡса тотонолған. һикәлекүл фермаһының тәҙрәләре хатта пластикка алмаштырылған. Заманса бинала эшләүе күңелгә ятышлы, хеҙмәт культураһы күтәрелә. Шуға малсылыҡ биналарын төҙөкләндереүгә бында сығымдарҙы йәлләмәйҙәр.
Фермалар Шишмә, Етембәк, һикәлекүл ауылдарында урын­лаш­ҡан. Малсылыҡ тармағында 85 кеше эшләй һәм тотороҡло хеҙмәт хаҡы ала. Йәғни фермалар ауылдың иҡтисади-социаль тот­ҡаһы булып тора.
Хужалыҡта йәнә шуға иғтибар иттек: бында күп ауылдарҙа һағынып һөйләргә генә ҡалған хеҙмәт династиялары йәшәй. Мәҫәлән, Гәрәевтарҙың инде өсөнсө быуыны хеҙмәт һала. Фәрғәт ағай заманында баш инженер була. Уның улы Фоат әлеге ваҡытта – бригадир, ә Фоаттың улы Раил баш агроном булып эшләй. Директор урынбаҫары Рәмзит Хәсәновтың, бригадир Рузил ҡазыхановтың, машина-трактор ихатаһы мөдире Рифҡәт Исхаҡовтың, зоотехник Илшат Аҡмөхәмәтовтың һ.б. аталары ғүмере буйы ошо хужалыҡта эшләгән. Күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Мәүлиҙә Басированың да ике ҡыҙы ауылды үҙ иткән: Рида – баш иҡтисадсы, ә Зилә ауыл хакимиәтендә эштәр башҡарыусы вазифаһын үтәй. Уларҙың йәшәйешендә тыуған еренә берегеп ғүмер иткән ата-әсәләренең шәхси үрнәге лә, аяғында ныҡ баҫып торған «Шишмә» хужалығының тартыу көсө лә сағыла.

Земфира ХӘКИМОВА.
Дүртөйлө районы.

Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»