RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәләкәстәргә тылсымлы музыкаль бүләк!

04.12.2010 Бәләкәстәргә тылсымлы музыкаль бүләк!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңыраҡ ҡына мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Беҙ йырлайбыҙ» тигән музыкаль китап сы­ғар­ҙы.
Балаларға ғәжәйеп бүләк булған баҫманың формаһы бик үҙенсәлекле: сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән картон биттәрҙә филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипованың һәр бер нота тураһында дүрт юллыҡ шиғырҙары, шулай уҡ балалар өсөн башҡа авторҙарҙың популяр йырҙары ноталар менән бирелгән. Иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткәне һәм иң ҡыҙыҡлыһы – һүрәттәр ете төҫтәге йәйғор һымаҡ итеп төшөрөлгән, ете нотаға ярашлы музыкаль металлофон бар. Был уникаль китаптың нәшер проекты етәксеһе – Тәслимә Вәлиева, ноталарын музыкаль мөхәррир Айһылыу Сәлмәнова эшләне, Ирина Әхмәҙуллина һүрәттәрен әҙерләне. Нәшер мөхәррире – Әлфиә Әсәҙуллина.
Дебют баҫма «Китап» нәшриәте өсөн генә түгел, бәлки Башҡортостан нәшерселәре өсөн дә күркәм яңылыҡ!
Республика музыка һөйөүселәренә яҡшы таныш композитор, әлеге баҫманың музыкаль мө­хәррире Айһылыу Сәлмәнова яңы проектҡа бик теләп ҡушылды. Педагог булараҡ, ул балалар­ға музыка тәрбиәһе биреү алымдарын яҡшы белә. Китаптың маҡсаты ла бит кескәйҙәргә музыка грамотаһының иң тәүге төшөнсәләрен аңлатыу. Музыкаль композицияларҙы һайлағанда баланың йәше, көйҙәрҙең аңлайышлы булыуы иҫәпкә алынды.
Тәүге музыкаль китабыбыҙ – уртаҡ ижади хеҙмәт емеше. Республиканың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр менән бергә беҙ үҙебеҙ – нәшерселәр ҙә шатланабыҙ. Яңынан-яңы проекттар ижад итеүгә өмөт тә, хыялдар ҙа етерлек.

Әлиә ҒӘЛИМОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»