RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡышҡы юлдар үлем килтермәһен!

05.02.2016 Ҡышҡы юлдар үлем килтермәһен!

3 ғинуарға ҡараған төн Рәсәй халҡы хәтеренә Ырымбур өлкәһендә булған күңелһеҙ хәл менән инеп ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Р – 336 Ырымбур – Орск юлында тиҫтәләгән автомобиль буранға эләгеп, ҡар аҫтында ҡалды. Һөҙөмтәлә 84 кеше ҡыштың аяуһыҙ ҡапҡанына эләкте, бер кеше туңып үлде, 12-һе һыуыҡ тейеүҙән зыян күрҙе.

Был фажиғә осраҡлымы әллә уны иҫкәртеп була инеме? Ни тиһәң дә, водителдәрҙе буран мәлендә юлға сығырға бер кем дә мәжбүр итмәгән. Үҙенең автомобиленә үҙе хужа булған кеше алдына янғын, ер тетрәү, һуғыш урынынан ҡасыу кеүек ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған ғәҙәттән тыш хәл килеп баҫмаған бит. Ырымбур фажиғәһе йәмғиәтебеҙҙә ҡулланыусылар быуыны (потребительское поколение) үҫеп етеүен күрһәтте. Тап шундай­ҙар уйларға теләмәй, яуаплылыҡ тоймай, минең хоҡуғым бар, тип талап итә.

Оло йәштәге кешеләрҙе, ауырлы ҡатындарын, балаларын тейәп, буран ҡупҡан, ҡар яуған мәлдә юлға сығыу­сылар нимә тураһында уйланы икән?! Ябай ғына хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу булырға тейеш. Водителдәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыу­сыларын һәм полицияны ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй. Бар ғәйеп – үҙҙәрендә!

Павел Гусев исемле ир үҙенең аңһыҙлығы менән бөтә Рәсәйгә танылды. Ул ҡар тотҡононан ҡотолғас, иң беренсе ил Президенты Владимир Путинға видео аша мөрәжәғәт яһап, тейешле хеҙмәттәрҙе эшһеҙлектә ғәйепләне. Ошолай итеп ялыу яҙып, видео төшөргәнсе, был ир һәм башҡалар машиналарында тере ҡалырға булышлыҡ итерҙәй кәрәкле әйберҙәрҙе йөрөтһөн ине. Видеояҙмала күренеүенсә, һәр машинала алғы тәҙрәлә ҡорған, яҡшы магнитола-фәлән тороуы күренә. Шул юҡ-бар урынына салонда, багажникта ғүмерҙе һаҡлаусы әйберҙәр ятһа, яҡшыраҡ булыр ине.

Юлға сығыр алдынан көн торошо менән ҡыҙыҡһынырға, ҡотҡарыусыларҙың тәбиғәткә, уның ғәрәсәттәренә ҡаршы тора алмағанлығын күҙалларға ла кәрәк.

Ҡышҡыһын юлға сыҡҡанда автомобилдә бына нимәләр булырға тейеш:

* насос;
* запас тәгәрмәс;
* баллон асҡысы;
* домкрат (ябайына ҡарағанда аҫтан шыуҙырылмалыһы (подкатной) уңайлыраҡ);
* буксир элмәге;
* буксир тросы (тимер сымдан эшләнгәне яҡшыраҡ);
* канистр;
* стробоскоп – йымылдаусы фонарь;
* икенсе машинанан ҡабыҙыу (“прикуривание”) өсөн сымдар йыйылмаһы;
* ҡар көрәй алырлыҡ киң көрәк;
* балта һәм ҡул бысҡыһы;
* бер нисә ҡап шырпы, мини-мейес, котелок йәки биҙрә. Әйткәндәй, ҡалай тимерҙән яһалған турист мейесе һәм унда янған ҡоро спирт салонды йылыта ала;
* “бардачок”та бер нисә ҡап шоколад, тиҙ әҙерләнеүсе аш йәки вермишель, берәй ярты араҡы йәки көмөшкә йөрөһөн. Спиртлы эсемлекте “валюта” урынына ҡулланырға, батҡан машинаны тартҡан тракторсыға бирергә мөмкин;
* шәл йәки плед, быйма, йөн ойоҡбаш һәм бейәләй­ҙәр;
* йоҡлау тоғо (спальный мешок).

Алыҫ сәфәргә сыҡҡанда машинағыҙ төҙөк, яғыулыҡ багы тулы булһын. Запас кеҫәне тишмәй. Бараһы урынығыҙға имен-аман етергә яҙһын!
Әйткәндәй, үткән аҙнала баш ҡала хеҙмәттәре махсус учение мәлендә Өфө – аэропорт һәм М – 5 юлдары киҫешкән урындағы КПМ-дың элекке бинаһында йылынып сығыу урыны булдырҙы. Ул бер юлы 80 кешене ҡабул итә ала.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә