RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

22.01.2016 Өлгөр Ләйсән

БДУ-ның химия факультетында уҡыусы Күгәрсен ҡыҙы белем алырға ла, бейеү ансамбленә йөрөргә лә, сноубордта шыуырға ла, үҙ кәсебе менән булышырға ла өлгөрә.

2005 йылда илебеҙ Президенты В. Путиндың “Рәсәй студенттары көнө тураһында”ғы Указы донъя күреп, 25 ғинуар рәсми байрам төҫөн алды.
Мораҡ ҡыҙы Ләйсән Кинйәбаева мәктәптә уҡығанда уҡ студент тормошо тураһында хыяллана. Мәктәптә уҡыған һуңғы йылдарында үҙ-үҙенә маҡсат ҡуя: нисек тә булһа яратҡан фәнен – химияны ныҡлап өйрәнергә, был өлкәлә яҡшы белгес булырға. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт университеты химия факультетының өсөнсө курс студенты, химик-технолог һөнәрен үҙләштерә, ҡышҡы сессия имтихандарын тапшыра.


Өлгөр Ләйсән– Ләйсән, химия бигүк еңел фән түгел. Күптәр уны аңлап та етмәй. Ни өсөн тап был йүнәлеште һайланың?
– Был фән мине үҙенең үҫеше, ваҡыт үтеү менән дә бер урында тормауы, ҡулланыу даирәһенең киңәйә барыуы менән ҡыҙыҡһын­дыр­ҙы. Бөгөн химия сәнәғәте йәш белгестәргә мохтаж. Был өлкәгә ғәҙәти булмаған мәсьә­ләләрҙе сисергә, тәжрибә ҡуйырға күнеккән һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә теләгәндәр генә килә.

– Үҙеңде ижади кеше булараҡ та танытып өлгөргәнһең…
– Минең төп шөғөлөм – бейеү. Гимназияла уҡығанда З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә йөрөнөм, Гөлшат Байтуғанова етәкләгән “Грация” өлгөлө балалар бейеү, беренсе курстан алып университеттың “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре составында район, республика һәм төбәк-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеү­ҙәргә өлгәштем. Шул уҡ ваҡытта факультет тормошонда ла ҡайнаным. Йыл да үткәрелгән “Студент яҙы” фестиваленә курсташтарым менән бергә концерт номерҙары әҙерләнек. Дөйөм ятаҡта бер мәл мәҙәни өлкә өсөн яуаплы булырға тура килде.
Үҙемде яңы йүнәлештәрҙә һынарға тырышам. Яңыраҡ “Guzel Danse” (етәксеһе – Гүзәл Ислам­ғолова) бейеү студияһына йөрөй башланым, яңы бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, сәхнәгә сығарабыҙ. Ҡаланың төрлө концерт майҙанында һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, былтыр йәй ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары ҡатнашыусылары алдында сығыш яһаныҡ.

– Белеүемсә, йәмәғәт сараларында ла ҡатнашаһың…
– Уҡыусы булараҡ, мәктәп советы, “Йәш гвардия” активистары менән район сараларында ҡатнаштыҡ. Бөгөн баш ҡалала белем алған студенттарҙы “Кесе Эйек” ойошмаһына берләштерәбеҙ, улар менән бергә мәҙәни һәм спорт саралары үткәрәбеҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ, хәйриә акциялары ойошторабыҙ.

– Студент бер стипендияға ғына өмөтләнеп йәшәмәй, өҫтәмә килем алырға ла теләй. Һинең дә үҙ кәсебең бар түгелме?
– Бейеү күңел өсөн булһа, кәсебем ата-әсә ярҙамына бәйле булмаҫ өсөн. Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, һәр тиндең нисек тир түгеп алыныуын беләм. Ваҡытым булғанда мәктәп уҡыусыларын химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләйем, өҫтәмә белем бирәм. Ижад кешеһе булараҡ, яңы әйберҙәр эшләү ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы биш йылда йәш кәләштәрҙең йәки ҡунаҡҡа, осрашыуға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙың сәсен үреп бирәм, прическалар яһайым. Башыма, автомобилдәр өсөн оригиналь биҙәүестәрҙе ниңә үҙ ҡулдарым менән эшләмәҫкә, тигән йәнә бер уй килде. Никах теркәргә йыйынған йәш парҙар өсөн дә матур бүләк булыр ине. Һорап килеүселәр күп, әммә барыһына ла өлгөрөп булмай, уҡыу ҙа, ижад та ваҡыт талап итә бит.

– Моғайын, ялыңды ла файҙалы үткәрәһеңдер?
– Бала саҡтан китап уҡырға яраттым, әле лә буш ваҡытымда нәфис әҙәбиәт уҡыйым. Ҡыш тауҙа шыуырға яратам. Айырыуса сноубордта шыуыуҙы үҙ итәм. Аттарҙы яратам: йылдың йылы миҙгелдәрендә һыбай йөрөйөм.

– Буласаҡ студенттарға һәм әле яңы һөнәр һайлағандарға ниндәй теләктәрең бар?
– Юғары белем алыу – минең өсөн ҙур яуап­лылыҡ, белгес булыуға бер аҙым яһау. Студент тормошон “татырға” йыйынғандарға иң тәү сиратта күберәк белем туплауын, үҙҙәрен төрлө яҡлап асыуын, маҡсаттарын аныҡ ҡуйыуын, ижади яҡтан үҫеүен теләр инем. Ә студенттарға инде уҡыуҙарында ныҡышмалылыҡ, яҡшы кәйеф теләйем.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»