RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.11.2010 Бөйөк кеше!

Бөйөк кеше!«Әсә күңеле – балала» – ошо һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә олатай-өләсәйҙәрҙән. Әсә балаһын ҡарай, үҫтерә. Сабый саҡтан уҡ ҡурсалай, яҡшы йәшәһен тип, һәр саҡ эргәһендә булырға тырыша. Баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме көс һала ул. Юҡҡа ғына рәссамдар – һүрәттәрендә, йырсылар – йырҙарында, шағирҙар шиғырҙарында әсәне маҡтап, уның менән ғорурланыуын күрһәтмәй. Улар үҙҙәренең ижадында әсәйҙең бөйөк кеше икәнен иҫбатлай.
Дүрт баланы үҫтереп, дөрөҫ юлға баҫтырып, уларға белем биргән әсә Рәмзиә Хәтип ҡыҙы ҡыҙрасова 1960 йылда Хәйбулла районының Ғәҙел ауылында донъяға килә. Ғаиләлә дүрт бала үҫә. 1962 йылда атаһы мәрхүм була һәм әсәһе балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра.
Рәмзиә Хәтип ҡыҙы Башҡорт дәүләт аграр университетын, һуңынан Стәрлетамаҡ педагогия университетын тамамлаған. 1982 йылда ул үҙ ғаиләһен ҡора, һәм тормош иптәше Раян Нурулла улы менән дүрт балаға ғүмер бирәләр. Әлеге ваҡытта улар Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылында йәшәй. Туғандары, дуҫ-иштәре Рәмзиә апайҙы тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала, хөрмәт итә. Ул 26 йыл ауылдың балалар баҡсаһында балаларҙы йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә өйрәтә, сабый­ҙарҙы үҙ балалары һымаҡ тәрбиәләй.
Рәмзиә апайҙың Әнүәр исемле ейәне лә бар. Берҙән-бер ҡыҙы Алина быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Ул тап әсәһенең юлынан китергә теләй. Ә Өфө дәүләт нефть техник университетының һуңғы курсында уҡып йөрөгән игеҙәк улдары Рөстәм менән Руслан: «Бәләкәй саҡтан аҡыллы, тәүфиҡлы булырға, яҡшы менән яманлыҡты айырырға өйрәтте әсәкәйебеҙ! Беҙҙең өсөн ул бик күп көс һалды. Ниндәй генә ауыр хәл осрамаһын, ул гел дөрөҫ юл таба белә», – тине ҡәҙерле кешеләре тураһында.
Күп балалы әсәнең ҡояштай балҡыуынан бәхетле кеше икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора.

Гөлиә КӨҪӘПҡОЛОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»