RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Буй етмәҫлек йондоҙом булып балҡы

27.11.2010 Буй етмәҫлек йондоҙом булып балҡы

Мөхәббәтемде үҙ ҡулдарым менән селпәрәмә килтер­ҙем. Их, минең балҡып һүнгән йондоҙом! ҡайҙарға китеп юғалдың һин? Кемде генә үҙеңә йәр итеп һайланың? Уны ысын йөрәктән яратаһыңмы икән? Хәйер, уныһын белеү кәрәкмәйҙер, былай ҙа янған йөрәгем, уны яратыуыңды белһә, билләһи, шартлаясаҡ.
Мин хәҙер ярҙың ситендә яңғыҙым тороп ҡалдым, ә был юлды бит үҙем һайланым. Һинең йөрәгеңә ни тиклем яра һалғанды «һантый ҡыҙ бала» саҡ аңланы. Кисә ауылдашың, дуҫың һинең турала барыһын да асып һалды. Һине бит бөтөнләй икенсе яҡтан күрҙем. Үҙеңдең күҙ нурындай итеп, телефон но­мерыңды икенсе ҡыҙға биргәнгә саҡлы һаҡлаған­һың икән. Ә минең тормошомдағы ҙур хатанан һуң, аяҙ көндө ҡара болот ҡаплап алғандай, мөхәббәтемде лә ҡара нәфрәт ялмап алды. Ә беҙ нисек бәхетле инек. Һинең шылтыратыуыңды түҙемһеҙләнеп көтә торғайным. Бер көн шылтыратмаһаң, улай ғына ла түгел, беҙҙең һәр ваҡыттағыса һөйләшә торған сәғәттә шылтыратмаһаң, һыҡтау­ҙар, һин тип төндәрен керпек тә ҡаҡмауҙар, әллә ниндәй хыялдар илендә гиҙеүҙәр...
Ниңә мин быларҙың барыһы тураһында ла яҙам һуң әле? Бәлки, күңел талабы менәндер. Күңелемде бушатҡандан һуң был бәхет­һеҙ мөхәббәткә нөктә ҡуйырмын, тип ышанам. Әммә ысынлап яратҡан кешеңде онотоп буламы икән һуң?
Ярай, ул буйым етмәҫтәй йондоҙом булып балҡып торһон, миңә илһам, дәрт, ҡеүәт биреп йәшәтһен.
Уның менән бергә була алмаһаң да, һөйгәнеңде был тормошта бер миҙгелгә генә осратып, уның бер тапҡыр булһа ла күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлағанын оноторлоҡмо һуң?
Мин бәхетле, сөнки барыһына ла тәтемәгән ярат­ҡан кешемде, ысын мөхәббәтемде таптым. Ә юғалтыуым инде йәшлек йүләрлеге, яҙмыш һынауылыр...

Алһыу МӨХӘМӘТҡОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә