«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр(анекдоттар)



15.08.2014 Мәҙәктәр(анекдоттар)

Хоккей буйынса Рәсәй командаһы хәҙер футбол бу­йынса Рәсәй командаһы хаҡындағы көләмәстәрҙән көлмәй.

* * *
– Ирек, эштәрең гел уңып тора, һинән көнләшә лә башланым, – ти дуҫы.
– Юҡ шул, дуҫҡай. Бына үткән йомала экспресс автобуста ауылыма ҡайтып килдем. Ә ул ике сәғәт бараһы урынға биш сәғәт һөйрәлде.
– Һин быны уңышһыҙлыҡ тиһеңме? Һин бит ике сәғәт өсөн генә түләгәнһең, ә биш сәғәт буйына рәхәтләнеп бушлай барғанһың.

* * *
Мәҙәктәр(анекдоттар)– Кисә күҙ табибына барҙым, – ти бер ҡыҙ әхирәтенә.
– Шунан, нимә тине һуң?
– «Әлифба» уҡырға ҡушты.

* * *
Дауаханала ятҡан бер ир сибәр генә шәфҡәт туташына күҙ ҡыҫа һәм:
– Һеҙ хеҙмәтләндергән палатанан китмәҫ өсөн гел ауырыр ҙа ауырыр инем, – ти.
– Шулай булыуы ла ихтимал, – ти ҡыҙ, – сөнки кисә һеҙҙең мине үбергә маташҡанығыҙҙы һөйгәнем күреп ҡалған. Ә ул – һеҙҙе дауалаусы табип.

* * *
Ике ир һөйләшә.
– Ҡатын ирҙең өйҙә баш икәнен бик тиҙ аңларға тейеш, – ти береһе.
– Нисек, – ти икенсеһе, – туҡмарғамы ни?
– Ниңә туҡмап торорға? Кер йыуыу, үтекләү, иҙән һәм һауыт-һабаны йыуыу, ашарға бешереүеңде туҡтатһаң, ул шундуҡ фәрештәгә әйләнәсәк.

* * *
Хәрби кеше өйөнә ҡайтып, ҡатынын һөйәре менән тота. Пистолетын сығара.
– Киттек минең менән, – тип, ирҙе икенсе бүлмәгә алып инә һәм, – Әйҙә, уға кем кәрәк икәнен асыҡлайыҡ. Мин ике тапҡыр ситкә атам. Икебеҙ ҙә үлгәнгә һалышайыҡ, ул беренсе кемгә йүгереп килһә, шуныҡы буласаҡ, – ти.
Атыу тауышы яңғырай. Ҡатын, тәҙрәне асып:
– Сәлим, ин, был ике иҫәр бер-береһен атып үлтерҙе, – тип ҡысҡыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға