«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һаҡмарымды нисек һаҡлайым?



01.08.2014 Һаҡмарымды нисек һаҡлайым?

Һаҡмарымды  нисек һаҡлайым?Йәшлек гәзитенең 2014 йылғы 9 май һанында хәбәрсе Данил Әбделғазиндың «Һаҡмар бу­йындағы башҡорт ауылдарына тиф ҡурҡынысы янаймы?» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Ошо мәсьәләгә кире ҡайтып, тағы ла үҙемдең фекерем менән уртаҡлашам.
Темәс ауылында урынлашҡан психоневрология йорто 50 йыл дауамында эшләп килә. Бысраҡ һыуҙы 50 йыл буйына эсәбеҙ, тотонабыҙ. Ә Һаҡмар бит Каспий диңгеҙенә ҡәҙәр булған барлыҡ ауылдар буйлап аға.
Ошоға тиклем, колхоз-совхоздар бар саҡта, бөтә фер­малар­ҙың бысраҡ һыуы аҡты, Темәс ауылы мәктәбенең бәҙрәф һыуы туранан-тура һаҡмарға ҡойолдо (хәҙер ул туҡтатылған). Уға ҡушылып, Һаҡ­мар буйындағы ауылдарҙың малы йәй етеү менән эҫе көндәрҙә Һаҡмар һыуында тора. Бына инде хәҙер, яр аҫтында яу сыҡҡандай, Күмертау ҡалаһынан тиф менән ауырығандарҙы килтерҙеләр. Ба­ҫымһаҡҡа баҡа ла айғыр, тигән башҡорт халыҡ мәҡәленә тура килә түгелме? Апрель айында Күмертау ҡалаһынан ошо ҡурҡыныс ауырыулы 9 кешене килтерәсәктәрен ишеткәс тә халыҡ белһен өсөн урындағы Һаҡмар гәзитенә мәҡәлә бирҙем. Баҫыл­маны. Күрше өлкәнең Магни­тогорск ҡалаһындағы Рәсәй үҙәк телевидениеһына мөрәжәғәт ит­тек, улар шунда уҡ килеп, урындағы хәлде төшөрөп, эфирға сығар­ҙы. Ошонан һуң урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре лә килеп төшөрҙө. Ауырыуҙарҙы, ошоға тиклем йәшәгән урындарынан ҡуҙғатып, Темәскә килтереүҙәренең сәбәбе нимәлә? Һаҡмар буйында һыулап ултырған хөрмәтле ҡәрҙәштәр бергәләшеп ярҙам итергә тейеш йылғаға. Ауырыуҙы алдан ал, тигән мәҡәлде лә онотмағыҙ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәне лә бар.
Һаҡмар йылғаһының яҙмышына битараф ҡалырға ярамай. Һәр кем үҙен, халҡын, тәбиғәтен, илен һаҡлауға бар көсөн бирергә тейеш.

Һаҡмарым

Саф һыуыңды эсеп,
Һаҡмарҡайым,
Күпме үҫте илдә батырҙар.
Әгәр тереләр булып торһа,
ҡарап,
Шул бысраҡҡа ине батырҙар.

Быға тиклем аҡҡан
Һаҡмарымдың
Тирә-яғы һаҙлыҡ, бөттө талы.
Һыуы кәмей, бысраҡ арта,
Бөтөп бара уның даны.

Күп быуаттар аҡтың тыныс ҡына,
Ҡайғы-хәсрәт бирмәй халыҡҡа.
Бөгөн килеп йәшәү
туҡтармы икән
Халыҡ түгел, хатта балыҡҡа.

Һаҡмар тигән йырҙы
йырлағанда
Эске килә һыуын һаҡмарҙың.
Бындай вәхшилеккә
юл ҡуйылһа,
Инде һине нисек һаҡлармын?

Күмәкләшеп берҙәм булып
Һаҡмар һыуын һаҡлайыҡ.
Даны ҡалһын, сыҡһын йырҙар,
Бергәләшеп һаҡлайыҡ.

Б. МАННАПОВ.
Баймаҡ районы,
Түбәнге Иҙрис ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға