«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)



04.07.2014 Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)

– Атай, – ти улы, – үҫкәс, Премьер-министр булғым килә!
– Ай-һай, – ти атаһы, – Премьер-министр булыр өсөн һиңә үҫәһе лә үҫәһе әле! Тәүҙә, һис юғы, Президент бул…

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти йәш ир кәләшенә, – хәҙер өйләнешкәс, миңә тиклем нисә егет менән йөрөгәнеңде йәшермәйенсә һөйләп бирә алаһың.
– Ә һин һуңынан әрләмәҫһеңме һуң?
– Юҡ.
– Ярай, улайһа, ете.
– Тимәк, мин етенсе?
– Юҡ, һин – дүртенсе...

* * *
– Бына баш ватам әле: ниндәй ҡыҙға өйләнергә икән: матурғамы, әллә йәмһеҙгәме? – ти бер егет дуҫына.
– Ике варианттың да үҙ плюстары бар, – ти дуҫы. – Йәмһеҙгә өйләнһәң, өҫтөңдән йөрөр, тип ҡурҡаһы түгел. Икенсе яҡтан, матур ҡыҙға өйләнһәң һәм унан туйһаң, уны бүтән кешегә оҙатыуы күпкә еңелерәк буласаҡ.

* * *
– Һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
– Тикшеренеүсе.
– Ә нимә тикшерәһегеҙ?
– Мохтажлыҡты.

* * *
Кисә эш урыныбыҙҙа дөрөҫлөктө эҙләгәйнек... Бөгөн эш эҙләйбеҙ.

* * *
Ҡыш. Туҡталышта өшөү­ҙән күгәреп ҡатҡан ир баҫып тора. Бер бәләкәй малай килә лә унан:
– Әйтегеҙсе, сәғәт нисә? – тип һорай.
– Йәй еткәс, малай, йәй еткәс, – тип яуаплай ир.

* * *
Өйләнмәгән ваҡытымда бөтә әйберҙәрем дә үҙ урындарында һибелеп ята ине. Хәҙер өйләндем, әйбер­ҙәрем яҡшы итеп йыуылып, үтекләнеп, таҫланған килеш, шайтан белһен, ҡайҙа яталыр?

* * *
Бәләкәй ҡыҙ урамға уйнарға сыға.
– Ҡыҙым, бер сәғәттән ҡайт, – ти әсәһе.
– Мин уйнаған ерҙә сәғәт эленеп тора тип уйлайһыңмы әллә, әсәй? – ти ҡыҙ.

* * *
– Әсәй, мин һиңә бүләк һатып алдым, – ти ишектән йүгереп килеп ингән малай.
– Ә аҡсаны ҡайҙан алдың һуң? – тип һорай әсәһе.
– Һинең пальтоңдың уң кеҫәһенән таптым.

* * *
– Ниңә икмәккә бөтә өҫтәл аша үреләһең? – ти әсәһе улына. – Телең юҡмы ни?
– Телем бар ҙа ул, – ти малай, – тик ҡулым оҙонораҡ бит.

* * *
– Атай, ти улы, – һин бәләкәй сағыңда ҡыҙ инеңме, әллә малай инеңме?..
* * *
– Улым, – ти өләсәһе Иҙелгә,– үҫкәс кем булырға теләйһең?
– Һыу эсә торған автомат, йә телефон автоматы...
– Нисек инде? – тип аптырай өләсәһе.
– Улар бит, – ти малай, – , бер нәмә лә эшләмәйенсә аҡса ғына йотоп ултыра…
* * *
– Был сынаяҡты кем ватты? – ти әсәһе.
– Ағайым түгел, – ти ҡыҙы.
– Ә кем һуң?
– Ул кемгә һылтарға икәнен әйтмәне, – тигән ҡыҙ иларға етешеп.
* * *
– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.
– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм, – тигән малай.
* * *
– Әсәй, – ти улы, – һәр баланың да атаһы булырға тейеш, тигән һүҙ дөрөҫмө?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, беҙҙең ғаиләлә ни өсөн биш бала, ә атай берәү генә?
* * *
– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.
– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға