«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



02.05.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Әгәр йәшегеҙ 30-ҙы уҙған булһа ла, бер нәмәгә лә ирешмәгәнһегеҙ икән, тимәк, һеҙ намыҫлы һәм әҙәпле кешеһегеҙ.

* * *
Ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла ҡартаймай ул, ир-аттың ғына күҙҙәре насар күрә башлай.

* * *
Әсәйҙәрҙе тыңламай башлау әле олоғайыуға инмәй. Ә бына уларҙың әйткәненең хаҡлығын аңлау, ысынлап та, олоғайта.

* * *
Үҙ машинаһында 200 саҡрымлыҡ юлға әҙерләнгәндә Рәсәй кешеһе бер рюкзаҡ аҙыҡ-түлек, домкрат, ике запас тәгәрмәс, буксир канаты, тын тултырғыс, өлкәнең картаһын ала...
Ә немец шул уҡ араға әҙерләнгәндә: «Әллә бәҙрәфкә инеп сығырға инде?» – тип уйлай. Аҙаҡ, йә, ярай, түҙермен әле, ярты ғына сәғәтлек юл бит, тип ҡуя.

* * *
Эшкә барыу өсөн иртәнге сәғәт 7-лә тороу бик ҡыйын хәл. Ә бына таңғы 4-тә тороп балыҡҡа барыу – ял.

* * *
– һаумыһығыҙ! Беҙ социологик һорау алабыҙ. Әйтегеҙ әле, быйыл­ғы ялығыҙҙы ҡайҙа үтәрергә теләр инегеҙ?
– 1972 йылда...

* * *
Сочиҙағы ресторанда:
– һеҙ нимә, әллә аҡылдан яҙҙығыҙмы? Мин бит ике порция шешлектән башҡа бер нәмә лә һораманым. Ниңә миңә мең долларҙан ашыу иҫәп килтерҙегеҙ? – ти бер ир.
– Шешлек бит Олимпия утында әҙерләнгән.

* * *
Монголияла фехтование буйынса беренсе турнир ҡорбандарына арналған икенсе турнир үтте.

* * *
Бер ир алтын балыҡ тота.
– Бәләкәйерәк завод, йорт һәм машина теләйем, – ти ул.
– Яҡшы, – ти балыҡ, – кредитҡамы, әллә лизингҡамы, һайла...
– Ярай, улайһа, һин дә һайла, – ти ир, – көнбағыш майындамы, әллә аҡ майҙамы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға