«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Дин өсөн дә, мәҙәниәт өсөн дә яҡшы



04.04.2014 Дин өсөн дә, мәҙәниәт өсөн дә яҡшы

Дин өсөн дә, мәҙәниәт өсөн дә яҡшыСибай театры баш ҡала тамашасыларын үҙҙәренең сираттағы гастроле менән ҡыуандырып ҡайтты. Улар ике көн буйы «Ҡарауыл, ҡәйнәмде урлағандар!» (авторы – Р. Кинйә­баев, ҡуйыусы-режиссеры – Д. Ғәлимов) һәм “Эңер төшкәндә” (авторы – Н. Ғәйетбай, ҡуйыусы-режиссеры – А. Нәҙерғолов) әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Наил Ғәйетбайҙың театр репертуарына ингән “Эңер төшкәндә” драмаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте йылылыҡ эҙләүгә ҡоролған – яҙмыш нисек кенә һынамаһын, күңел барыбер өмөтләнеп бәхет көҫәй. Спектакль геройҙары тик матди байлыҡты ғына таныған аяуһыҙ осорҙа нисек яҡындарыңды аралап ҡалырға тигән һорауға яуап эҙләй. Ауылда түрә вазифаһын биләгән кеше үҙенең мәкерле планын тормошҡа ашырыу, кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн хатта төҙөлә башлаған мәсетте боҙоп ташларға әҙер – чиновниктың баш етмәҫлек кешелекһеҙлеге персонаждарҙы берләштерә генә. Фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн улар бер көс булып тупланырға һәм үҙ бәхете өсөн генә түгел, ауылдың тыныс, яҡты киләсәге өсөн дә көрәшергә ҡарар итә.
Тамашасыларға актерҙарҙың сағыу уйыны һәм бигерәк тә әҫәрҙең актуаллеге оҡшаны. Әйткәндәй, пьеса 2012 йылда Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән берлектә ойошторған драма әҫәрҙәренең “Иман нуры” конкурсында еңеп сыҡҡайны. Мосолмандарҙы иманға ҡайтарыуҙа күп көс түккән Хәмзә хәҙрәт спектакль һуңынан, уңайын тура килтереп, барса халыҡ алдында драматургҡа төп призды – аҡсалата премияны тапшырҙы. Киләсәктә Алла һүҙен халыҡҡа еткерерлек, иман нуры таратырлыҡ сәхнә әҫәрҙәре күберәк булһын ине, тип теләргә ҡала. Сөнки улар дин өсөн дә, мәҙәниәт өсөн дә яҡшы.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ф. АБДУЛЛИН фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға