«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Мөғжизәгә юҡтыр сиктәр»



28.02.2014 «Мөғжизәгә юҡтыр сиктәр»

Александр ЗАЛЕСОВ
«Мөғжизәгә юҡтыр сиктәр»
Көҙөм етә

Мин дә килдем,
Быҫҡаҡ ямғырҙарҙы
Күптәрегеҙ, беләм, яратмай.
Борсолмағыҙ,
Урман-ҡырҙарҙы ла
Буятырмын һис тә онотмай.
Ысыҡ төшһә,
Тағы сикәндерә,
Һиҫкәндерә минең сал сәсем.
Эйе, йәй түгелмен,
Ундағыса
Сағыу түгел еҫ һәм төҫтәрем.
Мин оҙаҡҡа түгел,
Көндәрем дә үтә,
Алда тора оҙон төндәр ҙә.
Әммә мин дә матур,
Ҡышын һағынып,
Иҫләп алырһың һин төштәрҙә.
Мин ҡойолам,
Шулай ваҡыт үтә,
Нишләрбеҙ һуң –
Минең көҙөм етә?..

Алексей КРИВОШЕЕВ

Төштәреңә инермен…

Ҡояшым һин минең төндәге,
Һандуғасҡай ҡошом.
Йоҡлайһың, ә минең күңелдә
Табалмай уйым осон.

Мөғжизәгә юҡтыр сиктәр –
Өйөмә ҡайтҡанда осамын,
Ап-аҡтан кейенеп сығаһың,
Тик миңә асыла ҡосағың.

Толомдарың, яурындарың,
Тубыҡтарың, нурлы йөҙөң...
Геү килә бары баш ҡала,
Ҡоштар йоҡлай, йырын өҙөп.

Төшөңдә бер ҡошто күрерһең,
Ҡағылыр ул һинең сикәңә.
Йомшаҡ ҡаурыйҙарын йәйеп
Ул һөйөр, сәсеңдән иркәләп.

Софья ЕНИКЕЕВА

Ҡосаҡтарың –
минең ожмахтарым

Ҡосаҡтарың –
Минең ожмахтарым.
Мин һулҡылдап ҡыуанамын.
Йондоҙҙарың –
Минең теләктәрем,
Уларҙан бәхет юрайым.
Иркәләүең –
Минең ҡыуанысым.
Мин шуларҙан йыуанамын.

Светлана ҒАФУРОВА

Ни эшләп яҡтыға
осам мин?

Килдем дә өндәшәм!
Тик яуап ишетмәм…
Ниңә төн көйҙөрә?
Ниңә көн һөйҙөрә?
Дыуамалланам,
Хыялыйланам,
Яуап таба алмай,
Ҡараңғыланам…
Һаман көтәм яуап!
Һүҙ ҡатам, өндәшәм,
Һөйәм hине hаман,
Һөйгөм килә көйөп.
Янып, көйөп, һөйөп,
Йәшәйексе һөйөлөп,
Яуап бирсе, көтәм,
Инәлдермә, иркәм.


Айҙар ХӨСӘЙЕНОВ

Мин һине яратам
ғүмергә

Төпһөҙ, күҙ етмәҫ һәм сикһеҙ
Тәңренең ҡашында, бейектә
Тыуған, ти, изгелек донъяға
Беҙгә лә, һеҙгә лә етерлек.
Өлөшкә төшкән ул
көмөштөр,
Изгелек сатҡыһы миндә лә.
Эшләһәң, тырышһаң, шул
сатҡы
Ғәрәсәт ялҡынға әйләнә.
Тик ниңә йәшәйбеҙ
алдашып?
Ҡайҙан ул беҙҙәге был
зәхмәт?
Теләк тә, өмөт тә, һөйөү ҙә
Ҡәҙерһеҙ, хөрмәтһеҙ, юҡ
рәхмәт
Ни өсөн һаман беҙ тәкәббер?
Йәшәйбеҙ һөҙөшөп тәкәләй,
Ни өсөн күҙҙәрҙе алартып
Китәбеҙ һуғышып, үпкәләп.
Әйтәләр – «Яҙмыштан
уҙмыш юҡ!»
Юҡ ундай кәртәләр алдымда.
Мин һине яратам ғүмергә,
Рөхсәт бир ҡалырға яныңда.
Хистәрем тоташты эштәргә,
Таҙара ҡаным да, йәнем дә.
Онотма инде һин мәңгегә
Донъяла барлығын
йәреңдең…

Иршат ЙӘНБИРҘИН тәржемәләре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға