«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мостай Кәрим. Фекерҙәр һәм афоризмдар



14.02.2014 Мостай Кәрим. Фекерҙәр һәм афоризмдар

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын.
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, –
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.
(“Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа...”).

* * *
Байҙарҙы дуҫтары ерләй, ярлыларҙы – туғандары, һуҡбайҙарҙы ергә былай ғына тапшыралар.
(“Көндәлектәр”. 2. I. 1979).

* * *
Байҙың уйы – килемдә,
Ярлыныҡы – илендә.
(“Үҙем сығарған әйтемдәр”).

* * *
Байрам көнгә болотло булыу килешмәй.
(“Йырланмаған йыр”).

* * *
Байрам мәңгелек нәмә ул.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

* * *
Байрам тигәнең бары урамда ғына була. Өйгә һыйып бөткән байрам – байрам түгел ул.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

* * *
Бал ҡорттары нисек йыйһа
Туғайҙарҙа гөл балын,
Шулай алам һинән, илем,
Йырҙарымдың илһамын.
(“Иңләнем дә, буйланым да”).

* * *
Бала имеҙгән әсәне хатта ут та ала алмай.
(“Көндәлектәр”. 11. XI. 1991).

* * *
Бала саҡта сәғәт ҡорһаҡта була ул.
(“Өс таған”).

* * *
Бала саҡты мин яҙғы йылы ямғыр­ҙар яуған мәл менән сағыштырыр инем. Ҡояшлы яҙ ни тиклем оҙағыраҡ һуҙылһа, йәйен ер йөҙө шул тиклем йомартыраҡ йәшеллеккә, сәскәләргә күмелә.
(“Бәләкәй кешенең ҙур хәсрәте”).

* * *
Балалар донъяһы – ҡараш етмәҫлек мөһабәт һәм шул уҡ ваҡытта һаҡһыҙ ҡағылыуҙан ыуалырға торған донъя, уның тәртиптәре мәктәп тормошоноң эске ҡағиҙәләренә һәр саҡ тура килеп кенә тормай.
(“Бәләкәй кешенең ҙур хәсрәте”).

* * *
Балалар ололар күрмәгәнде күрәләр, ололар ишетмәгәнде ишетәләр.
(“Бәләкәй кешенең ҙур хәсрәте”).

* * *
Балалар өсөн ваҡыт төшөнсәһе юҡ.
(“Көндәлектәр”. 6. V. 1986).

* * *
Балалыҡ – йә асыҡ аҡыл,
Йә тотош хыял.
Йә ул арыҫланға оҡшай,
Йә ҡурҡаҡ ҡуян.
(“Декабрь йыры”).
* * *
Бар ғаләмде йыуатырға
Шағир ҙа Алла түгел,
Телгеләп үк бирер ине –
Йөрәге алма түгел.
(“Шағир шатлығы”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға