«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



14.02.2014 Мәҙәктәр

– Ҡатыным миңә үпкәләп, бына өсөнсө көн һөйләшмәй. Өйҙә шул тиклем тыныс. Ғәфү итмәһә ярар ине…

* * *
Бәхетле кешеләр сиратта торғанда бер ваҡытта ла эргәһендәгеләргә насарлыҡ ҡылмай, йәмәғәт транспортында барғанда әрләшмәй һәм коллегалары тураһында ғәйбәт һөйләмәй. Ни өсөн тигәндә, бәхетле кешеләр сиратта тормай, йәмәғәт транспортында йөрөмәй һәм уларҙың коллегалары ла юҡ.

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙар аҙ һанлы халыҡтар һымаҡ: һәр ваҡыт үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоҡҡа хоҡуҡтарын талап итә һәм эстән генә үҙҙәре йәберләгән көслө һәм ышаныслы иңдәр хаҡында хыяллана.

* * *
– Әсәй, әсәй, мин бесәй таптым.
– Аңра… Һиңә – 35… Ир эҙлә!

* * *
– Официант, һеҙҙең ашығыҙҙы ашау ҡурҡыныс түгелме?
– Уның өсөн түләргә аҡсағыҙ булһа, бер ҡурҡынысы ла юҡ.

* * *
– Һеҙҙең бер ниндәй ҙә ҡайғы-мәшәҡәттәрегеҙ ҡалмағандыр инде? – тип һорай хәбәрсе йөҙйәшәр ҡарттан.
– Эйе, ҡалманы инде, күптән түгел төпсөк улымды ла ҡарттар йортона урынлаштырҙым. Хәҙер йәнем тыныс.

* * *
– Уңыш асҡысын табыуым ғына була, кемдер йоҙаҡты алмаштырып та ҡуя.

* * *
– Кисә кәләшемә үҙемдең бөтә элекке гонаһтарымды һанап сыҡтым.
– Шунан?
– Файҙаһы булманы, ике көндән туй.

* * *
Егет йөрөгән ҡыҙын тынысландыра:
– Ярай инде, илама.
– Нисек инде иламаҫҡа? Атайым менән әсәйем беҙҙең өйләнешеүебеҙгә ҡаршы.
– Борсолма, мин үҙемә яңы кәләш табырмын.

* * *
Эш ваҡытында клиенттар менән һөйләшһәң, ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә. Был яҡтан теш табиптары ғына уңмаған.

* * *
Кисә «Таможняла тартып алын­ған тауарҙар» магазинына индем. Ҡытай баҙарынан килтерелгән юҡ-бар нәмә тулып ята. Алтын, валюта, ҡорал ҡайҙа? Быларҙың бөтәһен дә ҡайҙа ҡуялар икән?

* * *
Беҙҙә иң бай кешеләр – тәмәке тартыусылар, эскеселәр һәм машина йөрөтөүселәр. Хаҡтарҙы нисек кенә арттырмаһындар, улар тарта, эсә һәм машинала йөрөй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға