«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



30.08.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ниңә шул тиклем оҙаҡ килдең?
– Эй, бер «аңра» гаишник туҡтатты…
– Нимә тине?
– Нимә тиһен инде, бөгөн бит йома. Юҡ-бар һорауҙарын бирҙе лә минең яуаптарҙы еҫкәне.

* * *
Биш мең һумлыҡ аҡса үлә һәм теге донъяға эләгә. Ожмах ишегенә башҡа аҡсалар артынан сиратҡа баҫа. Сираты етә, тик уны индермәйҙәр, һинең урының тамуҡта, тиҙәр. Биш меңлек асыу­ланып, ҡысҡыра башлай:
– Нисек тамуҡта? Һеҙҙең алда кем торғанын онотмағыҙ. Һеҙ беләһегеҙме, мин кем? Кеше­ләрҙең өйөнә ниндәй шатлыҡ килтерә инем. Мин бит…
Уны бөтөнләй туҙып, эшлектән сығып барған ун һумлыҡ бүлдерә:
– Һин, – ти ул тегегә, – һуңғы тапҡыр ҡасан мәсеттә булдың?.. Бына шулай шул…

* * *
Ҡатын-ҡыҙ мейеһенең 90 проценты, нисек итеп уның мин теләгәнсә эшләүенә ирешергә, тигән уй менән мәшғүл.

* * *
Самолетта иң хәүефһеҙ урын – «ҡара йәшник»тә.

* * *
Ике күптәнге таныш осраша.
– Һин нисек? – ти береһе.
– Һәйбәт. Өйләнгәнемә ун йыл. Ҡатыным ғына бензин бысҡыһы һымаҡ – һәр ваҡыт ҡолаҡ итемде ашай ҙа ашай. Ә һинең үҙеңдең хәлең нисек һуң?
– Минеке лә бер көйө. Ике йыл элек өйләндем. Ҡатыным да әлегә йоҡа бысҡы (лобзик) һымаҡ яҡшы…

* * *
Ике балыҡ һөйләшә:
– Беләһеңме, – ти береһе. – Мин ҡармағынан ысҡынған балыҡсы 120 килограмм тарталыр ул.

* * *
– Дәүләт хеҙмәткәрен мыҫҡыллағанығыҙ өсөн һеҙгә 5000 һум штраф һалам. – Үҙегеҙҙе яҡлап берәй һүҙ әйтергә теләмәйһегеҙме? – ти судья.
– Теләр инем дә бит, – ти ир, – шундай хаҡтар булғас ни…

* * *
Кешегә бай булыр өсөн өс нәмә мөһим: аҡыл, һәләт һәм бик күп аҡса…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға