«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ире өҫтәлгә баҫып, лампочка бора. ҡатыны:
– Исмаһам, гәзит йәйер инең, – ти.
– Борсолма, – ти ир. – Былай ҙа буйым етә.

* * *
Бер ир автобус артынан йүгерә. ҡолай, һикереп тороп, тағы йүгерә. Автобус шығырым тулы, пассажир­ҙар иргә ҡарап, ҡысҡырып көлә.
– Көлөгөҙ, көлөгөҙ! – ти ир, йәне көйөп. – Мин ошо автобустың водителе икәнен белгәс, нимә эшләр­һегеҙ икән?..

* * *
Эш көнө тамамланыуға 30 минут бар, етәксе берәүҙе ҡаты итеп әрләй:
– Ни өсөн эштән иртә китергә йыйынаһың?
– Нисек инде иртә, – тип аҡлана ир. – Миңә бит әле буяуҙарҙы урынына урынлаштырырға, сүп-сарҙы түгергә, эш кейемемде һалырға, ҡулдарымды йыуырға кәрәк.
– Дөрөҫ түгел. Бына, мәҫәлән, – ти етәксе, – мин сәғәт алты тулғас ҡына йыйына башлайым.
– Һеҙгә нимә йыйырға инде, – ти эшсе. – Ауыҙыңды ябаһың да, ҡайтып та китәһең...

* * *
Супермаркетта үзбәк тауыҡты русса нисек һорарға белмәй аптырап тора. Шунан, йомортҡа алып, һатыусы эргәһенә бара ла:
– Уның әсәһе ҡайҙа? – тип һорай.

* * *
– Әхирәткәйем, һин шул тиклем ныҡ ябыҡҡанһың. Сереңде ас әле, һиңә нимә ярҙам итте?
– Картуф.
– Нисек? Иҫ киткес, бының булыуы мөмкин түгел. Картуфты нимә эшләттең һуң, ҡыҙҙырҙыңмы, быҡтырҙыңмы, һыуҙа бешерҙеңме?
– Юҡ. 40 градус эҫелә аҙна буйына баҡсанан сыҡмайынса картуф баҡсаһын утаным.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға