«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



26.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

РФ Дәүләт Думаһында төбәк аҙналығы башланды. Депутаттар төбәктәр буйлап таралышты – төньяҡ Италия һәм көньяҡ Франция төбәктәренә…

* * *
ҡәйнәһе кейәүенә асыу­лы итеп:
– Етте инде гәзит уҡып ултырырға, баҡсаға сығып түтәлдәргә һыу һибер инең, – ти.
– Бәй, тышта көслө ямғыр яуа ла һуң? – тип аптырай кейәү.
– Яуһа һуң, плащыңды кей, – ти ҡәйнәһе.

* * *
– Депутаттарҙың Рәсәйҙә үлем язаһын киренән ҡайтарыуҙы талап иткәнен ишеттеңме әле? – ти берәү.
– Бәй, бәй, уны кире ҡаҡҡайнылармы ни? – тип аптырай икенсеһе. – Беҙҙәге пенсия күләме үҙе үлем язаһы бит.

* * *
Хәҙер ришүәт алмаған чиновник түгел, ә уны алып, вәғәҙәләрен теүәл үтәгәне намыҫлы тип һанала.

* * *
Иремдең балалар баҡсаһына йөрөгән сағындағы характеристикаһын таптым: «Яҡшы ашай, йоҡлай, саф һауала йөрөргә ярата…» 30 йыл үтһә лә, бер нәмә лә үҙгәрмәгән.

* * *
– Элекке совет фильмын нисек итеп боҙорға була?
– Әлеге ваҡыт менән дауамын төшөрөп!

* * *
Себер яғында йәшәгән ир – ҡатынына:
– Әсәйең Африкаға киткән икән?
– Ниңә улай тиһең? – тип аптырай ҡатын.
– Яңылыҡтарҙа: «Африка­ла Себер язваһы табыл­ған…» – тип әйттеләр бит, – тигән ир.

* * *
– Шәхси фронтыңда ниҙәр бар?
– Әлегә шәхси фронтты ла тәьмин итерлек аҡса эшләмәйем.

* * *
Юл ҡағиҙәһен боҙоп, йәйәүлене бәрҙергән водителде «гаишник» туҡтата һәм һорау ала. Уныһы, нисек тә үҙен аҡларға теләп:
– Мин шунда уҡ… – ти.
«Гаишник»:
– Сигнал бирҙеңме?
– Юҡ. Мин ни…
– ҡысҡырҙыңмы?
– Юҡ та, мин…
– Тормозға баҫтыңмы?
– Юҡ, тим бит, юҡ, мин шунда уҡ айныным…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға