«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



22.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Дауаханала ике таныш осраша.
– Бында нимә эшләйһең? – ти береһе.
– Балаларҙы алып килдем.
– Улар менән нимә булды һуң?
– Шахмат уйнағандар ҙа, кем еңелә – шуның башына сирткәндәр.
– Шунан?
– Шунан, тип ни, береһенең бармағы һынған, икенсеһенең мейеһе һелкенгән.

* * *
Бер егет әсәһен һәр ваҡыт тыңлаған, һәр танышҡан ҡыҙын уға күрһәткән. Ә әсәһе ҡыҙҙарҙың береһен дә оҡшатмаған: йә ҡул-аяғы ҙур, йә бик әрһеҙ, йә артыҡ күп һөйләй һ.б. тип, улын уйынан кире күндергән. Һәм бына бер заман егет тап әсәһе һымаҡ ҡыҙ менән танышҡан. Холҡо ла, төҫ-башы ла, ҡыланыштары ла уныҡына оҡшаған. Тик, үкенескә күрә, быныһын атаһы кире ҡаҡҡан.

* * *

Ике ханым осраша. Береһе:
– Театрға һөйәрем менән барҙым, тиһең. Шунан, унда нимә булды һуң?
– Трагикомедия.
– ҡыҙыҡ. Һөйләсе?
– Ирем менән күҙгә-күҙ килеп бәрелештек. Ул спектаклгә һөйәркәһе менән килгән булған.

* * *
Бер ир магазинда ҡармаҡ һайлай. Береһен ала, икенсеһен һала, бөтәһен дә әйләндереп-тулғандыра, әммә оҡшағанын таба алмай. Шулай бик оҙаҡ маташа. Түҙемлеге бөткән һатыусы:
– Эй, һеҙгә әйтәм, бәлки, балыҡлата ғына алырһығыҙ, – ти.

* * *
– Сәләм! ҡайҙа эшләйһең?
– Бер ҡайҙа ла!
– Нимә менән шөғөлләнәһең?
– Бер нәмә менән дә.
– Бик яҡшы шөғөл!
– Эйе. Әммә конкуренттар ялҡытты!
* * *
Йәш атай – педиатрға:
– ҡатыным бәләкәй балабыҙҙы миңә ҡалдырып, диңгеҙ буйына ял итергә китте. Ә сабый күҙгә күренеп ауырлығын юғалта. Мин бөтәһен дә эшләйем: саф һауаға алып сығам, массаж эшләйем, һыу индерәм, гимнастика яһайым...
– Ә нимә ашатаһығыҙ?
– Эй, хәтерҙе, нимәнелер онотормон, тип уйлағайным да шул.

* * *
Одесса дауаханаһындағы диалог.
– Табип әфәнде, мин йәшәйәсәкменме?
– Ә ул һеҙгә кәрәкме?

* * *
Әгәр ҙә көтмәгәндә ҡәйнәң һиңә «улым» тиһә, тимәк, бер аҙҙан баҡсала эш башлана.

* * *
– Эй, һылыуҡай, һеҙ нисә килограмм?
– Был сер.
– Тәүге ике һанын булһа ла әйтегеҙ инде?

* * *
Эшкә урынлашыр өсөн әңгәмә ваҡытында:
– Биш йылдан һуң беҙҙең компанияла үҙегеҙҙе ниндәй дәрәжәлә күрәһегеҙ?
– Әллә, ысынлап та, биш йылдан һуң компания һеҙҙеке буласағына ышанаһығыҙмы?

* * *
Йәш атайҙың көндәлегенән: «Бөгөн кеше ғүмерендә йоҡоноң иң ҡәҙерле нәмә икәненә төшөндөм».

* * *
– Нишләптер һуңғы ваҡытта мин һеҙҙе танымайым.
– Һеҙ нимә, беҙ бөтөнләй таныш түгелбеҙ ҙә һуң…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға