«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Премия лайыҡлы эйәһен тапты



08.03.2013 Премия лайыҡлы эйәһен тапты

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарарына ярашлы, Сафуан Әлибаев (Сафуан Әлибай) балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмер­ҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Был ваҡыт эсендә балалар өсөн ижад иткән һигеҙ әҙип лауреат исемен алды. Сафуан Әфтәх улына абруйлы премия “Һайланма әҫәр­ҙәр. II том” китабы өсөн тапшырылды. Яҙыусыны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға