«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



08.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике йәш ҡыҙ ресторанда алан-йолан ҡаранып, берәй яҡшы ғына ир-егет күренмәйме, тип ултыра. Бер аҙҙан бик бөхтә кейенгән, бер аҙ төшөрөп алған ир улар эргәһенә килә лә:
– Һылыуҡайҙар, һеҙҙең менән танышырға буламы? – ти. ҡыҙҙар, шатланып:
– Әлбиттә, – ти.
Йәш кеше беренсе ҡыҙға ҡулын һуҙа ла:
– Алик… – ти. Шунан икенсеһенә ҡулын биреп:
– Инсаф, – ти…

* * *
– Ни өсөн Германия донъяға шул тиклем күп философ бирҙе икән?
– Ә һин немец ҡатын-ҡыҙҙарын күргәнең бармы?

* * *
ҡатын-ҡыҙға: «Һеҙ бөгөн иҫ киткес матурһығыҙ», – тигән комплимент, кисә бик матур түгел инегеҙ, тигәнде аңлата.

* * *
– «Уҡырға, уҡырға һәм тағы ла уҡыр­ға!» тигән һүҙҙәр практикала нимәне аңлата икән?
– Бер имтихан һәм ике ҡабаттан тапшырыу тигәнде!

* * *
Бер ир – икенсеһенә:
– Ни өсөн һине ҡатын-ҡыҙҙар ярата икән?
– Сөнки мин – иң аҡыллыһы, иң матуры һәм иң изгеһе.
– Ә ниңә өйләнмәйһең?
– Һуң, әйтеп торам бит, мин иң аҡыллыһы.

* * *
– Акула – 1,5 мең! Панда – 24! Кеше – 32! 32 теш – был норма!
– ҡот осҡос! Мин – панда.

* * *
– Телефонды уйлап тапҡан ир – маладис! – ти берәү.
– Ә бәлки, ул ҡатындыр, улар бит сәғәттәр буйына телефондан һөйләшә, – ти икенсеһе.
– Тап бына ошо нисәлер сәғәт ял итер өсөн уйлап тапҡан да инде уны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға