«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



11.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Джон Рокфеллер 100 мең доллар аҡса эшләргә һәм 100 Йәшкә тиклем йәшәргә хыяллана. Әммә 318 миллиард доллар аҡса эшләй һәм 97 йәшкә етеп үлә. Бөтә хыялдар ҙа тормошҡа ашмай шул.

* * *
ҡайһылыр ерегеҙ ябыҡһын өсөн, ҡайһылыр ерҙәрҙә тығынмаҫҡа тырышырға кәрәк!

* * *
Һәр көн таң менән тәҙрәм аҫтында ғына ҡот осҡос сигнал биреүсе машинаның өҫтөнә төшәсәк боҙбармаҡ минең балконымда үҫеп килә. Сөнки уны үҙем көн һайын сәйнүктән һыу менән туйындырам.

* * *
– ҡәҙерлем, телевизорҙан фигуралы шыуыуҙы ҡарай­һыңмы?
– Әйҙә һуң. Ә кемдәр шыуа?
– ЦСКА менән «Спартак»!

* * *
Йола буйынса туйҙа кәләште урлайҙар. Ә минекендә – ҡәйнәмде. Миңә бынан да ҙурыраҡ бүләк булманы.

* * *
– Гөлиәне бала табыу йортона алып киткәндәр.
– Уның менән нимә булған һуң?
– Белмәйем…

* * *
– Сәскәләрегеҙ күпме тора?
– Бишәүһе 100 һум.
– Ә бер аҙ ташлама яһай алмайһығыҙмы?
– Мөмкин. Алтыһын 100 һумға алығыҙ.

* * *
Бер ир яҙып ҡалдырған васыяттан: «… ҡатыным ғүмере буйы шәшке тун һәм гәүһәр ташлы балдаҡ кейергә хыялланды. Уға үҙемдең иҫке, әммә әлегә бик ныҡ булған кресломды ҡалдырам. Шуға ултырып, артабан да хыялланыуын теләйем…»

* * *
Шаҡ ҡатырлыҡ. Төнгө сәғәт дүрттәргә тиклем интернет артында ултырыуға ҡарағанда, тәмәкене ташлауы бик еңел булды.

* * *
– Һуңғы ваҡытта һин бик насар һүҙҙәр һөйләй башланың әле.
– Юҡ. Һуңғы ваҡытта мин әҙерәк алдаша башланым.

* * *
– Үҙеңде ниндәй ҙә булһа формала тоторға кәрәк.
– Ә мин үҙемде шар формаһында тотам…

* * *
ҡар ҡатыш ҡот осҡос ямғыр яуа. Биш метрҙан бер нәмә лә күренмәй. Маши­налар яртылаш һыу аҫтында. Тик батыр асфальт һалыусылар ғына ең һыҙғанып, бер нәмәгә ҡарамай эшләүен дауам итә. Сөнки улар өсөн иң мөһиме − – эш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға