«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



16.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Тәнҡит, – ти фирма етәксеһе хеҙмәткәр­гә, – ул минең күҙҙәремә ҡарап, нимә теләй­һең, шуны әйтә алаһың тигәнде аңлата.
– Ә бының өсөн миңә бер нәмә лә булмаймы? – ти хеҙмәткәр.
– Бер нәмә лә булмай! – ти етәксе. – Премия ла, 13-сө эш хаҡы ла, теләгән айыңда ял да…

* * *
Дзюдо клубында. Тренер егет йәш ханыма:
– Һеҙгә инде нисәнсегә, мине иҙәнгә атып бәрергә тырышырға кәрәк, тип ҡабатлайым, ә һеҙ, киреһенсә, мине үҙегеҙгә табан һөйрәй­һегеҙ, – ти.

* * *
– Мин һине яратам! Мин яратам һине! Яратам мин һине! Һине яратам мин! Яратам һине мин! Һине мин яратам! – тип ҡысҡырҙы егет.
ҡыҙҙың башына: «Әллә ул мине ярата инде», – тигән уй килде…

* * *
Ғәфү иткән нәмәләрен һинең иҫеңә бик ныҡ төшөрәсәк әле ул…

* * *
Бейеү майҙанында ҡыҙ – егеткә:
– Һин бейергә яратаһыңмы ни?
Егет эре генә:
– Эйе, бик ныҡ.
– Улай булғас, ниңә һаман өйрәнмәйһең?






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға