«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Һәр аҙна һайын әсәһе улын өйөнә алып ҡайтты. Ни өсөн тигәндә, уға ундағы аш-һыу, ниндәй­ҙер аңлашылмаған ҡа­ғиҙәләр һәм, иң мөһиме, ҡәйнәһе менән ҡайныһының теңкәһенә тейеүе ялҡытты.

* * *
Бер баланы дауаханаға алып киләләр.
– ҡайһы ерең ауырта, нимә борсой? – ти табип.
– Бер ерем дә ауыртмай, бер нәмә лә борсомай. Ә бына олатайымды уның сәғәтен йотоуым борсой, – тигән малай.

* * *
Әсәһендә ике аҙна ҡунаҡта булып ҡайтҡандан һуң иренең, ике эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен иҫ киткес яҡшы тойоуы, йоҡоһо туйған, кәйефе шәп, өҫ-башы бөхтә һәм ял иткәндәй булып күренеүе ҡатындың йәненә тейҙе.

* * *
Зоология дәресе бара. Уҡытыусы:
– Балалар, әйтегеҙ әле, ниндәй йән эйәһе ерҙә лә, һыуҙа ла йәшәй ала?
Балалар бер тауыштан:
– Матростар.

* * *
– Нимәнән ҡурҡаһың?
– Теш табиптарынан һәм ҡараңғынан.
– Теш табиптарынан, минеңсә, бөтәһе лә ҡурҡа, ә бына ни өсөн ҡараңғынан ҡурҡаһың?
– Миңә һәр ваҡыт ҡараңғыла теш табиптары бик күп һымаҡ тойола.

* * *
– Ә һин аш бешерә беләһеңме? – тип һорай ҡәйнәһе йәш килендән.
– Беләм.
– Ашың тәмле булһын өсөн нимәләр кәрәклеген тиҙ генә әйт әле.
– Яҡшы һәм изге күңелле ҡәйнә, эштән бик ныҡ асығып ҡайтҡан ир.

* * *
«Бөтәһе лә контролдә» тигән мистик фразаның тәржемәһе: «Бөтәһен дә күрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ, тик бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ…»







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға