«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Башҡортостан – яҡты йондоҙ Рәсәйҙең күгендә!»



09.10.2010 «Башҡортостан – яҡты йондоҙ Рәсәйҙең күгендә!»

Тыуған илем Башҡортостан,
Минең ғәзиз Ватаным.
Ожмах миңә – ошо ерҙә,
Имен атһын һәр таңым.

Тыуған илем Башҡортостан –
Шағәле Шаҡман ере
(Аҡ батшаға дуҫлыҡ менән
Барған башҡорттоң бере).

Башҡортостан – тыуған илем,
Уралдың йөҙөк ҡашы.
Ере өсөн шәһит киткән
Күпме башҡорттоң башы.
Аслыҡта ла илен ташлап
Киткән башҡорт булмаған,
Ят бауырҙар тупһаһына,
ҡул һоноп, йығылмаған.

Илһөйәрлек – минең ҡанда,
Ерһөйәрлек – затымда.
Башҡорт ере һыйындырған
ҡәрҙәшен дә, ятын да.

Нисә милләт татыу йәшәй,
Уртаҡ хәҙер яҙмыштар.
Дошмандар хөсөт ҡоймаһын,
Булмаһын сыуалыштар!
Икейөҙлө үткенселәр,
Кәмһетмәгеҙ телемде,
Һимеҙ ҡалья эләкмәһә,
Хурламағыҙ илемде,

Солтан түгел, олтан булып
Хеҙмәт иткән улдарын.
Хурламағыҙ, халыҡ белә
Кемдең нисек булғанын!

Имен көндәр тыуып торһон
Башҡортостан ерендә,
Башҡортостан – яҡты йондоҙ
Рәсәйҙең күгендә!

Ләлә ҒҮМӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға