«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



22.05.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер „яңы башҡорт” һәр ваҡыт тиерлек асарбаҡтарға мул итеп аҡса таратҡан, ә фән кешеләренә бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәгән. Уның был ҡылығына аптыраған танышы:
– Ниңә улай ҡыланаһың? – тип һораған.
– Мин, – тигән бай ир, – бер ваҡытта ла ғалим була алмаясаҡмын, ә алдағы ғүмерҙә, кем белә, бәлки, минең дә асарбаҡ булыуым бар. Ана шунда улар мине иҫтәренә төшөрөр, тип уйлайым.

* * *
Баҡсала.
Бер ханым күршеһендәге бик сибәр ҡыҙға өндәшә:
– Әлиә һылыу, һин теге иҫ киткес һыу инеү костюмыңды кейеп, баҡсаға сығып ҡыҙына алмаҫһыңмы икән?
– Бәй, бәй, аңламайым, ниңә? – тип аптырай ҡыҙ.
– Ирем тиҙерәк телевизорҙан айырылып, эшкә тотонмаҫмы тигәйнем, – тигән ҡатын.

* * *
Автоинспектор водителде туҡтата ла:
– Тиҙ генә өрөгөҙ, эсмәнегеҙме икән, шуны тикшерәбеҙ, – ти.
– Ғәфү итегеҙ, – ти водитель, – уңына өрөргәме, әллә һуңынамы?

* * *
Карап һәләкәткә осрай һәм бата. Бер бәләкәй генә утрауға көс-хәл менән йөҙөп сыҡҡан ирҙе мөғжизә менән иҫән ҡалған ҡатыны ҡаршылай һәм:
– Тәүлек буйына ҡайҙа олағып йөрөнөң инде? Карап бит кисә иртүк батҡайны, – ти.

* * *
Фермер мал табибына кәңәш һорап килә.
– Минең бер бик елле атым бар. Ул ваҡыты менән яҡшы ғына атлап йөрөй, ә ҡайһы саҡ аҡһай башлай. Уның менән нимә эшләргә икән? – ти.
– Яҡшы атлаған ваҡытын көтөгөҙ ҙә, тиҙ арала һатып ебәрергә тырышығыҙ, – тигән табип.

* * *
Суд бара. Судья:
– Гражданка Иҙрисова, һеҙ нисек итеп эҫе сәйнүк менән ирегеҙҙең башына тондорҙоғоҙ? Һеҙгә ул йәл булманымы ни?
– Йәл булмаған ҡайҙа ул, судья әфәнде, – тигән ҡатын. – Ул бит өр-яңы, яҡшы һәм һыҙғыра торған сәйнүк ине...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға