«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



06.03.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һуңғы ваҡытта заман поп-музыкаһында һүҙһеҙ йырҙар популярлаша башланы.
– Ә музыкаһыҙ йырҙар унда күберәк осрай.

* * *
Бер ҡатын күршеһенә маҡтана:
– Беҙҙең ҡыҙыбыҙ шул тиклем матур йырлай һәм бейей. Киләсәктә йырсымы, әллә бейеүсе булырмы икән, тип баш ватабыҙ, – ти.
– Минеңсә, бейеүсе булыр, – тигән күршеһе.
– Ысынмы? – тип шатланған ҡатын. – Әллә һеҙ ҡыҙыбыҙҙың бейегәнен күрҙегеҙме?
– Юҡ, йырлағанын ишеттем, – тигән ҡатын.

* * *
– Дима Биландың концерттары ауырыу кеше­ләр­ҙе һауыҡтыра, имеш.
– Кит, булмаҫ, кем әйтә?
– Һуңғы концертында бер ғәрип малай коляскаһынан төшкән дә, залдан үҙ аяҡтарында атлап сығып киткән, ти.

* * *
Бер ҡарт ҡалаға килә. Троллейбусҡа ултырып, ҡала буйлап китеп бара. Водитель ҡыҙ:
– Киләһе туҡталыш –„Зәки Вәлиди”. Ишектәр ябыла. Икенсеһе – „Мостай Кәрим”, өсөнсөһө – „Төхвәт Йәнәби”, дүртенсеһе – „Мәжит Ғафури”, – тип туҡталыш һайын иғлан итә.
ҡарт оҙаҡ ҡына аптырап торғандан һуң, ҡыҙ эргәһенә килә лә:
– ҡыҙым, минең исемем Барлыбай Иҙрисов. Минең туҡталышым ҡасан буласаҡ? – тип һорай.

* * *
ҡара диңгеҙгә ял миҙгеле тамамланыр алдынан ап-аҡ тәнле Себер яғы кешеһе килеп төшә.
– Бигерәк аҡһығыҙ, әллә һеҙҙең яҡта йәй булманымы? – тип аптырап һорайҙар унан.
– Йәйме? – ти ир, – булды. Тик мин ул көндө эштә булып ҡалдым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға