«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



24.01.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ни өсөн Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матур һәм иҫәр итеп яратты икән? – ти йәне көйгән ир.
– Ир-ат матур ҡатын-ҡыҙҙы һөйһөн өсөн, әлбиттә, – тип телгә килә ҡатыны. – Ә иҫәр итмәһә, беҙ ир-атты яратыр инекме ни?

* * *
Автоинспектор машинаны туҡта ла:
– Һеҙҙең аптечкағыҙ бармы? – тип һорай.
– Юҡ, – ти водитель, – минең менән шәфҡәт туташы бит...

* * *
Йәш ҡыҙ купела ҡыҫҡа итәктә ултыра. ҡар­шыһындағы ир:
– Һеңлекәш, тубыҡтарығыҙҙы одеял менән ҡаплаһағыҙ, һеҙ – йылыныр, мин дерелдәүҙән туҡтар инем, – тигән.

* * *
Подъезд алдында ике ҡарсыҡ ултыра. Береһе:
– Мине ҡотла, ейәнем тыуҙы, Ильяс тип исем ҡуштыҡ!
– ҡотлайым... Ма­лаймы?

* * *
Күп кенә ҡатын-ҡыҙ, ир-ат кейемгә ҡарай, тип уйлай, тик улар яңылыша, ни өсөн тигәндә, улар кейем аша ҡарай, ти бер аҡыллы баш.

* * *
– Әҡлимә, дискотеканан ҡасан ҡайтаһың?
– Иртә, әсәй, иртә. Һеҙ әле йоҡлаған булаһығыҙ.

* * *
«Яңы урыҫ» руханиға килә лә:
– Бесәйемдең үлеүенә 40 көн, шуға арнап доға уҡытырға теләйем! – ти.
– Юҡ, улым, беҙҙә ярамай.
– Миңә нимә эшләргә һуң?
– Ана, юл аша сығығыҙ, унда коммерция сиркәүе бар, улар аҡса өсөн барыһын да эшләйәсәк.
– Ә аҡсам етерме икән һуң, миндә бит дүрт мең доллар ғына? – ти ир ҡайғылы тауыш менән.
– Бәй, бәй, улым, ниңә һуң һин инеү менән, бесәйем суҡындырыл­ған, тип әйтмәнең?! – тигән рухани.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға