«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шәп кеше



20.08.2011 Шәп кеше

– Минең ҡустыға һеҙҙең тирәлә берәй эш табылмаҫмы икән?
– Ниндәйерәк кеше һуң?
– Былай бик һәйбәт кеше, тыңлаусан, йыуаш. Ни әйтһәң дә, “эйе” тигәнде белдереп, башын ҡағып тик тора.
– Ә күҙе нисегерәк?
– ҡуй инде, бәләкәйҙән күҙе ней юҫыҡ булды бахыр­ҙың, ныҡ насар күрә.
– Бик яҡшы, бик шәп! Ә бына теле?
– Теле бөтөнләй юҡ тиһәң дә була! Махсус мәктәптә уҡығас, үҙең аңлайһың инде. Ымлап ҡына һөйләшә, сәпсим ишетмәй тиерлек.
– Күпте беләме?
– ҡайҙан? Наҙандың наҙаны. Исем-фамилияһын да шыр хата менән яҙа.
– ҡара әле, нишләп электән үк шәп ҡустың барлығын аңғартманың, ә? Күптән тап шундай кеше эҙләйбеҙ ҙә баһа. Беҙҙең өсөн был ысын табыш, табыш ҡына түгел, беләһеңме, хазинаның нәҡ үҙе! Бер нәмә күрмәгән, ишетмәгән, юҡҡа-барға ҡыҫылмаған кеше бөгөнгө көндә алтын кадр ул. Бөгөндән үҙен эшкә алам.

И. ВӘЛИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға