«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



18.06.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

Яҡындарыңдың ҡәҙерен, ғаилә йылылығын бергә торғанда белеү ауыр — ул йылылыҡ тормоштоң ваҡ-төйәк мәсьәләләре менән күмелә, төҫһөҙләнә. Йыраҡ киткәндә ул йылылыҡ үҙенең хас төҫөн ала, бөтә матурлығы менән алға баҫа.
Әкрәм Вәли.

ҒАЛИМ
Ғалим булһа, милләт өсөн
зарлы булһын,
Кәрәк ул бай, кәрәк ярлы
булһын.
Аҡмулла.

Иң ҙур ғалим булған кеше
Наҙандар араһында –
Иң наҙан бер кеше булыр
Ғалимдар араһында.
Сәйфи ҡудаш.

Ваҡыт, хәлдәр шундайын тиҙ үтә, кисә бөйөк ғалим булған бөгөн шәкерт булып ҡала.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

Ғалимдар менән ҡалғандар араһында айырма шунда: тәүгеләре үҙ уйҙарын аҡ ҡағыҙға яҙып ҡалдыра, икенселәре яҙмай һәм онота.
Ғәлим Хисамов.

Шәкерттәре булмаған ғалим шытым һәм емеш бирмәҫ үҫемлек менән бер.
Ғайса Хөсәйенов.

Батыр үҙ ырыуын, ғалим бөтә илен әйҙәр.
Ғәли Ибраһимов.

Ғалимдар – бәйғәмбәрҙең вариҫтары, донъяның нурҙары була.
Ризаитдин Фәхретдин.

Остаздан һабаҡ алмайынса ғалим булмайҙар.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

Наҙан наҙанды ҙурлар, ғалим ғалимды хурлар.
Рамаҙан Шәғәлиев.

Беҙҙең ғалимдар үлсәй ала
Бөтә киңлекте һәм бушлыҡты,
Ләкин ҡайһы ғалим үлсәй алыр
Тәрәнлеген беҙҙең
дуҫлыҡтың.
Рәшит Ниғмәти.

ҒАШИҡТАР
Йәшлек бигерәк ҡыҫҡа тигән
Моңланыуҙар буш икән.
Ғүмерҙәрҙе оҙайтырға
Ғашиҡтарға ҡуш икән! Марат Кәримов.

Ғашиҡтар тауға менә, аҙғандар соҡорға төшә.
Мостай Кәрим.

Үлеп ғашиҡ булғанда ла,
ғашиҡтар булып үлмәйҙәр,
тереләләр ғишыҡтан.
Рауил Бикбаев.

Яратҡан кеше иҫәр менән бер бит ул: йән һөйгәне янында булһа, бер нәмә кәрәкмәй, диңгеҙ һыуы тубыҡтан.
Баязит Бикбай.

Ғашиҡ булыу ҡарттарға ла яҙыҡ түгел.
Абдулхаҡ Игебаев.

Ярһыу ике йылға ҡушылғанда,
Ярҙар тулы, ағым көслө була,
Ике ғашиҡ йөрәк тиң ярһыһа,
Ошо тәрән йылға төҫлө була.
ҡадир Даян.

Ғашиҡтарға был донъя киң, ғашиҡ булмағанға тар.
Мөхәммәт Закиров.

Көн, сәғәтте иҫәпләү – ғашиҡтар эше.
Мансаф Ғиләжев.

Беҙ ғашиҡтар әгәр булмаһаҡ, матур булмаҫ ине донъялар.
Шакир Ғәлин.

Рубриканы Факил МЫРҘАҡАЕВ алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға