«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



31.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ни өсөн Рәсәй армияһы дачаларҙы юл­дарға ҡарағанда яҡшыраҡ төҙөй?
– Сөнки юлдарҙан буласаҡ дошмандар йө­рөүе ихтимал, ә дачалар­ҙа генералдар йәшәйәсәк.

* * *
– Мин тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан уңмай инем, ә хәҙер улар минән уңмай.

* * *
– Британия ғалимдары: «2050 йылға беҙ 10 миллиард буласаҡбыҙ», – ти.
– Бер нәмә лә аңламайым. Беҙгә ни бысағыма 10 миллиард Британия ғалимы?

* * *
– Газ һәм нефть ха­лыҡтыҡы, тиҙәр. Был аң­лашыла. Ә бына халыҡ ни өсөн шундай ҙур хаҡҡа уны һатып ала? Быныһы аңлашылмай...

* * *
– Һин эштән ҡайтып ингәндә, ҡатының арҡа­ңа ҡыҙыл помада буял­ғанын күрә. Быны нисек аңлатасаҡһың?
– ҡәҙерлем, бер нә­мәне лә кире ҡағырға йыйынмайым, әммә һин күреп тораһың, мин ни­сек тә унан ҡотолорға тырыштым, тип әйтәсәкмен.

* * *
– Әсәй, ысынлап та, мин төндә тыуҙыммы?
– Эйе, улым.
– Мин һине уятмағанмындыр, тип уйлайым.

* * *
Табип – пациентҡа:
– Һеҙгә тиҙ арала, диетаға ултырып, ауырлы­ғығыҙҙы кәметергә кә­рәк. Итте бик аҙ ҡулланығыҙ, татлы ризыҡтарҙан бөтөнләй баш тартығыҙ, икмәк-ҡалас аша­ма­ғыҙ, алкоголде һәм тәмәкене онотоғоҙ, ҡатын-ҡыҙ менән бәйләнештәрҙе биш тапҡырға ҡыҫҡартығыҙ. Эйе, һәм тағы ла иң мөһиме – тормошҡа шатланығыҙ, көлөгөҙ!

* * *
Әҙәбиәт уҡытыусыһы – студенттан:
– Әгәр ҙә һеҙгә ниндәй ҙә булһа тере йәки үлгән яҙыусы менән осрашып һөйләшергә тура килһә, кемде һайлар инегеҙ?
– Тереһен...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға