«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



10.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике ауыл кешеһе автобус­та бара. Береhе, водитель эргәһенә килеп:
– Мин был автобуста Черниковкаға барып етә аламмы? – ти.
– Юҡ.
– Ә мин? – ти икенсеһе.

* * *
Бер буйҙаҡ икенсеһенә зарлана:
– Аш-һыу әҙерләргә өйрәткән китап һатып алғайным, тик бер рецебы ла миңә тап килмәй.
– Ни өсөн?
– Сөнки бөтә аҙыҡ-түлекте әҙерләр өсөн иң тәүҙә таҙа һауыт-һаба кәрәк тип яҙылған.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти егет, – мин һиңә, һин иң матуры, тип әйтмәнемме?
– Юҡ.
– Бәй-бәй... Улай булғас, кисә мин быны кемгә әйттем һуң?..

* * *
– ҡунаҡтар һәм тараҡандарҙың ниндәй файҙаһы бар?
– Уларҙың килеүенән һуң өй таҙартыу башлана.

* * *
Адвокат:
– Һеҙ айырылышырға теләйһегеҙме? Бәлки, бер аҙ уйларһығыҙ. Ни тиһәң дә, ҡатынығыҙ һеҙгә алты бала бүләк иткән бит!
Клиент эре генә:
– Мин бүләк ҡабул итмәйем!

* * *
– Әйтегеҙсе, был балыҡтар тереме?
– Әлбиттә, күрмәйһегеҙме ни, улар йөҙә бит!
– Ә улар иҫкермәгәнме һуң?

* * *
– Ер йөҙөндә иң матуры, иң гүзәле, иң йомшағы минме?
– Әлбиттә, һин, тик пистолетыңды йәшер!

* * *
Бер ҡыҙ табипҡа шылтырата:
– Алло, табип әфәнде, ярҙам итегеҙсе. Һеңлемдең башы ауырта һәм температураһы бар.
– Юғарымы?
– Эйе, бер метр ҙа һикһән өс.

* * *
Адвокат ауыҙынан.
«Ойошма кассаһынан 100 мең һум аҡсаны алғас, клиентым бик оҙаҡ ҡасып йөрөгән. Ни өсөн тигәндә, ул намыҫ ғазабы кисергән».

* * *
Йәш ҡатын «право» ала. Кисен ирен машинала эштән ҡаршылай. Урамдар киҫешкән урында юлды ҡыҙыл утҡа елдереп уҙып китә.
– ҡәҙерлем, – ти ире, – нимә эшләйһең, ҡыҙыл утҡа үттең бит!
– ҡалай ҡыҙыҡ, – ти ҡатын, – ә иртән барғанда йәшел ине лә һуң!

* * *
– Быйыл йәй ҡайһы яҡтарға барырға уйлайһың?
– Себер яҡтарыналыр...
– Һин нимә, башҡа эшең юҡмы әллә?
– Мин үҙем дә шул фекерҙә, әммә прокурор талап итә бит!

* * *
ҡатыны – иренә:
– Һинең өсөн ике хәбәрем бар: яҡшы һәм насар.
– Шунан, ниндәй хәбәрҙәр инде? – ти ире.
– Мин һинән китәм.
– Ә насары?

* * *
Эргәгеҙҙәге биш кешелә һеҙҙеке һымаҡ итек икән – был мода түгел. Был – армия.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға