«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Хужа беҙҙең арала



30.04.2011 Хужа беҙҙең арала

«Буран бөткәнме?»

ҡайным менән бейемем (тормош иптәшемдең атаһы менән әсәһе, икеһе лә мәрхүм), бер-береһе менән шаярышып, мәрәкәләшеп һөйләшер булған. Донъя булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай бит. Улар һүҙләш­һәләр ҙә, үсегешһәләр ҙә, был оҙаҡҡа һуҙылмаған, тиҙ үк кире ярашҡандар. Бер заман ни сәбәп менәндер улар һүҙләшеп китеп үсегешә. ҡайным, тышҡа сығып, йорт-ҡура тирәһендә йөрөп, малын ҡарап, оҙаҡ ҡына йөрөгәс, шаяртып таяҡҡа таянып ала ла:
– ҡатын, эй, ҡатын, өйҙә буран бөттөмө? – тип һөйләнеп өйгә инә. ҡайнымдың был ҡыланышына бейемем көлөп ебәргән. Уйын-көлкө ошондай ʺбурандарʺҙы булдырмауға ярҙам итә лә инде.

«ҡурҡҡанға ҡуш күренә»

Балан бешкән осорҙа Мотиғулла мулла, ат егеп, әбейе менән урманға бара. Олатай утын әҙерләй, әбейе ситтәрәк балан йыя. Балан суҡ, бешкән булғанлыҡтан, әбейе яулығын йәһәт кенә тултыра. Яулығын сискән ыңғайы сәстәре туҙырап китә, быға иғтибар ҙа итмәй, балан йыйыуын белә. ҡыҙып китеп, күлдәген дә сисә лә, өҫ яғын төйнәп, баланды итәгенә тултыра башлай. Мотиғулла мулла әбейе яғына күҙ һала һәм... ҡото оса: сәстәре ялбырап бөткән, ярым-шәрә әбейен албаҫты икән тип уйлап, атына ла ултырмай, ауыл яғына һыпырта. Бабайының ҡасып барғанын күргән әбейе, был айыу-фәлән күреп ҡасамы икән, тип уйлап, ба­байы артынан тө­­шә. Мотиғулла ба­бай әй­ләнеп ҡараһа, ал­баҫтының артынан килгәнен күрә, шә­берәк йүгерә баш­лай. Ахы­ры, әбейе:
– Бабай, нимәнән ҡасаһың? – тип ҡыс­ҡырған. Шунан һуң ғына бабай үҙенең ҡарсығы икәнен аң­лап ҡала. Был икәү урманға кире барыр­ға мәжбүр була.

«Тереләй күмгәндәр»

Бер ир ни сәбәп менәндер ныҡ ҡына төшөрөп ҡайтҡан. Шул тиклем аң белмәҫлек эскәндер, күрәһең, өйөнә лә инмәй, яғылмаған мунсаһының эләүкә аҫтына инеп ята ла, ҡаты йоҡоға сума. Төндә өшөп уянып китә. Дөм ҡараңғы, етмәһә, һыуыҡ. ҡайҙа ятам икән, тип баш вата. Күп уйлап тормай, ҡапыл торорға итә һәм, башын эләүкә таҡтаһына бәреп, иҫәңгерәп кире ҡолай. Тирә-яғын һәрмәп ҡараһа – балсыҡ та таҡта. Йөрәге жыу итеп китә. Мине, үлгән тип уйлап, тереләй күмгәндәр бит, тип илай икән. Ошо ваҡиғанан һуң ул шайтан һыуын оҙаҡ ҡына ауыҙына алмай йөрөй.

Шәмсинур ЕЙӘНБИРҘИНА.
Ейәнсура районы,
Башҡорт Үргене ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға