«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.04.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Һәр әсә ҡыҙының уның үҙенең иренән яҡшыраҡ тормош иптәше табасағына ышана. Әммә улы бер ҡасан да атаһы һымаҡ яҡшы ҡатын тапмаясаҡ, тип уйлай.

* * *
Бер дин әһеле үҙенең йорто тирәһендә нимәлер ҡаҙаҡларға маташа. Эргәһендә бәләкәй малай унан күҙен алмай ҡарап тора.
– Үҫкәс, столяр булыр­ға уйлайһыңмы әллә? – ти ир.
– Юҡ, – ти малай, – кешеләрҙең, бармағына һеҙҙең кеүек яңылыш сүкеш менән һуҡҡас, нимә тип ҡысҡырғанын ишеткем килә.

* * *
Табип ауырыуҙы тынысландыра:
– Борсолмағыҙ инде, тынысланығыҙ, зинһар өсөн, һеҙҙә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс сир юҡ. Мин үҙем дә бер нисә йыл элек тап ошо сир менән ауырығайным. Бына һаман имәндәй һаумын.
– Сөнки һеҙҙе икенсе табип дауалаған бит, – тигән ауырыу.

* * *
Эске эштәр министрлығында ваҡыт машинаһы барлығын иҫбатлағандар! Иҫерек ки­леш кеше тапаған полиция хеҙмәткәре кисә үк эшенән бушатылған булып сыҡты.

* * *
– Һин иреңә хыянат итәһеңме?
– Ә һин?
– Яуап бир, мин тәүге булып һораным.
– Юҡ, әйҙә һин беренсе булып әйт.
– Йә, ярай, кәрәкмәй, бөтәһе лә аңлашылды...

* * *
һары сәсле ҡатын эшҡыуар иренә шылтырата ла:
– ҡәҙерлем, компьютерҙың хәрефтәрен таҙарта инем... Хәҙер нишләптер уң яҡтағы бөтә лампочкалары ла тоҡанды, был нимәне аңлата? – ти.
– Клавиатура таҙар­ҙы тигәнде, – тигән ире.

* * *
Хәбәрсе «яңы урыҫ»­тан интервью ала:
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙең иң яратҡан китабығыҙ ниндәй?
Теге, бер минут та уйлап тормайынса:
– Үҙемдең чек китабым, – тигән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға