«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Өфөлә Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы үтәсәк



09.04.2011 Өфөлә Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы үтәсәк

14−15 апрелдә Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – ҡорол­тайҙың Ҙур залында (Әхмәтзә­ки Вәлиди урамы, 40) Баш­ҡортостан яҙыусыларының сираттағы XV съезы үтәсәк.
Делегаттарҙы теркәү 13 апрелдә – БР Яҙыусылар союзы идараһында сәғәт 10-дан 18-гә тиклем, 14 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда сәғәт 8.30-ҙан 9.30-ға тиклем үткәрелә. Съезд сәғәт 10-да башлана.
БР Яҙыусылар союзы идараһы республика учреждениелары, предприятиелары, ойош­малары һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәренән Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – делегаттарҙың съезд эшендә ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеүен һорай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға