«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Дуҫтар китабы»



09.04.2011 «Дуҫтар китабы»

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте күрше тө­бәктәр – Татарстан, Сы­уашстан һәм Мари Иле Рес­публикалары менән китап продукцияһы өлкәһендә үҙ-ара алмашыу тураһында килешеү төҙөнө.
Ошо көндәрҙә Башҡортос­тан «Башҡорт китаптары йорто» нәшриәте магазинында ошо республикаларҙың китап кәштәләре асылды. Күрше төбәктәрҙә сығарылған китаптар араһында Татарстан­дың күренекле рәссамы Евгений Канаевтың «Непри­думанные истории» фотоальбомы айырым урынды биләй. Э. Колчеваның «Дет­ская энциклопедия», «Реки Все­­ленной» китаптары, «Блю­да чувашской кухни», мари һәм сыуаш халыҡ әкиәттәре, рус-мари һүҙлеге, балалар китаптары һәм нәфис әҙәбиәт, этник тарих һәм традицион мәҙәниәт буйынса китаптар һәр кешегә оҡшаясаҡ.
Китаптар менән алмашыу һөҙөмтәһендә күрше республикалар башҡорт әҙәбиәте менән дә таныша аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға