«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡорт китаптары – интернетта



02.04.2011 Башҡорт китаптары – интернетта

Заман шундай бит, китапты йә журналды ҡулға тотоп ҡына түгел, экранға текәлеп тә уҡып була хәҙер. Магазинға барып алаһы түгел, интернетты асһаң – кәрәк әсбап алдыңда.
Яңыраҡ эшләй башлаған «Вагант» электрон нәшриәте (www.ivagant.ru) заманса фекерләгәндәр һәм әҙәбиәт һөйөүселәр араһында бик популяр булып китте. Унда нәфис һәм фәнни әҙәбиәт менән танышып була. Электрон баҫма проекты быйыл ғына ебәрелһә лә, күрәһең, халыҡ ихтыяжы булдымы, уны ҡулланыусылар һаны көндән-көн арта бара.
– Беҙҙең нәшриәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – компьютер, КПК, букридер һәм башҡа гаджеттарҙан уҡыр өсөн китаптар сығарыу, – тип һөйләй «Вагант» электрон нәшриәте директоры Салауат Вахитов. – Беҙ үҙ эшебеҙ менән авторлыҡ хоҡуғын яҡлайбыҙ, китаптарға ISBM халыҡ-ара номер бирәбеҙ һәм Китап палатаһында теркәйбеҙ. Шулай итеп, интернет селтәре аша Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре менән донъяның һәр мөйөшөндә танышырға мөмкин хәҙер.
Шуныһы һөйөнөслө: был электрон нәшриәттә башҡорт телендә бер нисә йыйынтыҡ донъя күрҙе лә инде. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең Рәйес Түләктең «Миҙгелдәр», Лариса Абдуллинаның «Бишенсе тараф», Дамир Шәрәфетдиновтың «Миҙгелдәр эҙҙәре», Тәнзилә Дәүләтбирҙи­наның «Тамғалы ағас» шиғри йыйынтыҡтарын, Азамат Юлдашбаевтың «Яңғыҙлыҡ анатомияһы» һәм беҙҙең хеҙмәткәребеҙ, «Йәшлек»тең әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Мөнир ҡунафиндың «Тәңре өрөк ҡапҡанда» исемле проза китаптарын нәшриәттең сайтында һатып алыу мөмкинлеге бар.

Г. ИШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға