«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бәхетле булыуҙың сере



22.03.2011 Бәхетле булыуҙың сере

Күптән түгел билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың «Бәхетле булыуҙың сере» исемле китабы донъя күрҙе. Уның йөкмәткеһе ғәҙәти түгел. Баш һүҙҙә әйтелеүенсә, китап «матди һәм рухи донъя, бәхет һәм дөрөҫ йәшәү, байыу һәм дан яулау, көнсөллөк һәм үс алыу, хеҙмәт һәм ял итеү, мөхәббәт һәм ғаилә, дин һәм йыһан һәм башҡа әйберҙәр тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙан тора».
Беҙ ошо китап хаҡында Наил Ғәйетбай менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– «Бәхетле булыуҙың сере» – кәрәкле лә, үҙенсәлекле лә китап. Уны яҙыуҙың сәбәбе нимәлә?
– Китап йәшәйеш тураһында. Үҙ фекерҙәремде кешеләргә еткерергә теләнем. Тормоштоң тышҡы түгел, ә эске мәғәнәһен аңларға тырышыуым.
– Улар барыһы ла дөрөҫ тип һанайһығыҙмы?
– Улар – минең фекерҙәр. Һәм ихлас күңелдән әйтелгән.
– Мәҫәлән, ғашиҡ булыуҙы, мөхәббәт түгел, тигәнһегеҙ. Ә улар бер үк нәмә, минеңсә.
– Ана шул айырманы аңламау күп ғаиләләрҙе айырылыуға алып барып еткерә. Мин шул хаҡта әйттем.
– Дини проблемалар тураһында китапта күп әйтелә. Һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы?
– Аллаға ышаныу, ышанмау тураһында ҡысҡырып йөрөргә кәрәкмәй. Иң мөһиме – бер кемгә лә асыу тотмай, кешеләрҙе ғәфү итеп, ҡыуанып йәшәргә кәрәк.
– Бер мәҡәлә «Ауырлыҡ – кешенең тормошҡа ҡарашы ул» тип атала... Быны нисек аңларға?
– Ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшергә кәрәкмәй. Сөнки уны еңә алмауың ихтимал. Шуға тормошҡа ҡарашыңды, инанысыңды үҙгәртергә генә кәрәк, ул саҡта ауырлыҡ үҙе юғала.
– Китап бәләкәй мәҡәлә-хикмәттәрҙән тора. Шулай ҙа ул нимә тураһында?
– Бәхетле булыуҙың сере тураһында.
– Ә үҙегеҙ ошо һорауға ҡыҫҡаса ғына яуап бирә алаһығыҙмы? Бәхетле булыу өсөн нимә эшләргә?
– Бәхеттең нимә икәнлеген аңлау ғына кәрәк. Йәғни аңығыҙҙы дөрөҫ йүнәлтеү мотлаҡ.
– Барлыҡ һорауҙарға яуап алыу өсөн китаптың үҙен уҡып сығырға кәрәктер. Уны ҡайҙа һатып алырға була?
– Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте үҙенең магазинында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) 25 мартта яңы китаптар­ҙың презентацияһын үткәрергә йыйына. Ирек Кинйәбулатовтың «Слово», Рәдиф Тимершиндың «Бергәләп көләйек» тигән китаптары менән бергә, минең ошо «Бәхетле булыуҙың сере» китабым менән дә таныштырыу буласаҡ, тәү тапҡыр һатыу, автографтар биреү ойоштороласаҡ. Сара сәғәт 12-лә башлана.
– Китабығыҙҙы үҙ иҫәбегеҙгә нәшер иттегеҙме?
– Юҡ. Китапҡа ингән мәҡәләләремде Сибай ҡалаһы эшҡыуары Айбулат Уразбахтин уҡып сыҡҡан һәм уларҙы бер йыйынтыҡ итеп сығарырға тәҡдим итте. Мин ризалаштым. Уразбахтинға шуның өсөн ҙур рәхмәтлемен.
Яҙыусы Наил Ғәйетбайҙың яңы китабынан бер нисә хикмәт тәҡдим итәбеҙ.

М. ҒАРИФУЛЛИН яҙып алды.

Донъя
Кешенең ҡолағы 50 децибелдан 150 децибелға тиклем тауышты ғына ишетә. Ә тауыш донъя­һы шуның менән генә сикләнмәй, ул бик киң. Унда бер децибел тауыш та, мең децибел тауыш та бар. Ләкин беҙ уларҙы ишетмәйбеҙ. Ишет­мәүебеҙ ҙә хәйерле. Әгәр ишетһәк, аҡылдан яҙыр инек. Сөнки улар йә үҙәк өҙгөс нәҙек, йә ҡолаҡ ярырлыҡ көслө һәм ҡурҡыныс. Йәғни беҙ иҫ киткес киң тауыштар донъяһының кескәй генә өлөшөн ишетеп, тыныс йәшәйбеҙ. Һәм иң сәйере – ишеткән генә тауыштар буйынса бар донъя хаҡында фекер йөрөтөргә маташабыҙ.
Күҙ менән дә шул уҡ хәл. Донъяның тығыҙлығын (плотность) шартлы рәүештә 0-дән 1000-гә тиклем тип алһаҡ, ошо тығыҙлыҡтың фәҡәт яҡынса егерменән йөҙгә тиклемен генә күҙ тигән аппарат тойоп, мейегә мәғлүмәт бирә ала. Ә инде нескә материяны (мәҫәлән, радио, электротулҡындарҙы, атомдарҙы, электрондарҙы һ.б.) шулай уҡ тығыҙ материя (таш ҡая, стена) аша тоя алмай. Күрмәүебеҙ ҙә хәйерле, әгәр беҙ үҙебеҙҙе уратҡан донъяны тулыһынса күҙаллаһаҡ, мәҫәлән, икмәгебеҙгә йәбешкән миллионлаған һигеҙ аяҡлы микробты күрһәк, уны ашай алмай астан үлер инек. Йәғни беҙ матди донъяға кескәй генә бер ярыҡ аша ҡарайбыҙ, тыңлайбыҙ һәм шуға ҡарап бөтә матди һәм рухи донъя хаҡында фекер йөрөтөргә маташабыҙ.
Беҙ ҡараңғы төндә китеп барған юлсы хәлендә. Беҙгә эләгеп йығылмаҫ өсөн генә, алдыбыҙҙы бер-ике аҙымға ғына яҡтыртып ҡарау өсөн «фонарь» (күҙ менән ҡолаҡ) бирелгән. Ә беҙҙең «фонарь» тота алмаған донъя иҫ киткес киң, ҡатмарлы һәм ҡараңғы. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең ҡолаҡ менән күҙ, радиоалғыс­тың антеннаһы кеүек, ниндәйҙер бер тулҡындарға ғына көйләнгән һәм беҙ шул тулҡындарҙы ғына күрәбеҙ, ишетәбеҙ. Ләкин был әле башҡаса меңәрләгән тулҡын юҡ тигән һүҙ түгел.
Ана шуға ла дини китаптар донъяны күҙгә күренгәне, ҡолаҡҡа ишетелгәне менән генә сикләнә тип һанамаҫҡа, күренмәгән, ишетмәгән иҫ киткес оло донъя барлығын белергә, тойорға һәм шул хаҡта уйланырға өндәй.

Мөғжизә
Йыш ҡына: «Әгәр Алла бар икән, мине ышандырыу өсөн берәй мөғжизә эшләһен», – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.
Иң ғәжәбе шунда – беҙҙе мөғжизәләр донъяһы уратып алған. Ләкин беҙ уларға күнеккәнбеҙ һәм күрмәйбеҙ.
Мәҫәлән, һуңғы осорҙа компьютерға ғәжәпләнәбеҙ, уның ус ҙурлыҡ дискетаһына кирбес ҙурлыҡ ун роман һыя, тип аптырайбыҙ. Уны компьютерға ҡуйыуың була, шул романдың теләһә ниндәй бите экранда пәйҙә була, уны шунда уҡ баҫтырып алырға мөмкин. Мөғжизәме? Мөғжизә. Әммә уны донъяға ашырыу өсөн бик күп махсус нәмә кәрәк: электр уты, компьютер һ.б.
Ә бит Аллаһы Тәғәлә шундай уҡ дискетаны күптән эшләгән, беҙ уны көн дә күрәбеҙ, быға күнеккәнбеҙ, шуға ла аптырамайбыҙ. Ул – орлоҡ. Мәҫәлән, имән ағасы орлоғо. Беҙ уны тупраҡ тигән «компьютер»ға һалабыҙ, һәм орлоҡтоң программаһы сәғәт кеүек эшләй башлай – имән үҫентеһе үҫеп сыға һәм ул үҙенә һалынған программа буйынса үҫә, ҙурая. Ғәжәп бит! Һәм бының өсөн һис тә ҡатмарлы компьютер ҙа, мотлаҡ рәүештә электр уты ла кәрәкмәй. Ошоно кеше орлоғо хаҡында ла әйтергә була. «Дискета» (кеше орлоғо) «компьютер»ға (әсә ҡарынына) һалына һәм орлоҡтағы программа эшләй башлай – бала тыуа. Һәм был компьютер кеше ҡулы менән эшләнгән компьютерға ҡарағанда миллиард тапҡыр ҡатмарлыраҡ. Мөғжизә!
Йәки ябай тауыҡ йомортҡаһын алайыҡ. Бына ҡайҙа ул – мөғжизә! Йомортҡа бер ни аңламаған тауыҡ эсендә ярала, үҙенең эсенә иҫ киткес ҡатмарлы программа ала. Һәм был программа кәрәкле шарт тыуыу менән атом энергияһы кеүек эшләй башлай – себеш хасил була. Ләкин беҙ йоморт­ҡаны көн дә күргәс, уның иҫ киткес мөғжизә икәнлегенә иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Кеше үҙе яратҡан ризыҡты ашай. Шул секундта организм эсендә титаник эш башлана – ризыҡтың составын белергә, уны нисек итеп айырым элементтарға бүлеүҙе асыҡларға, быны эшләү өсөн кислота, аммиак кеүек нәмәләр эшләп сығарырға, ризыҡтың кәрәкле элементтарын дөрөҫ файҙаланырға (нимәһен – ҡанға, нимәһен һөйәккә ебәреп), кәрәкмәгәнен сығарып ташларға кәрәк. Ошондай эште башҡарыу өсөн ҙур химия заводы кәрәк булыр ине. Ә беҙҙең нескә организм быны тиҙ һәм анһат ҡына эшләй. Мөғжизә!
Мөғжизәләр... Күҙ күрә – мөғжизә. Тамаҡ ярылары тауыш сығара – мөғжизә. Организмдың һәр күҙәнәгенең дөрөҫ һәм кәрәклесә эшләүе – үҙе оло мөғжизә. Ағастар, йәнлектәр, һәр кем үҙ программаһы буйынса сәғәт кеүек үҫә, йәшәй – мөғжизә. Ай, Ер, ҡояш, йондоҙҙар бирелгән программа буйынса тамсы ла ситкә тайпылмайынса хәрәкәт итә – мөғжизә!
Беҙҙең тирә-йүндәге бар нәмә ҡабатланмаҫ мөғжизә һәм был мөғжизәләр һис тә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Улар Оло Аҡыл тарафынан бик уйлап эшләнгән – мөғжизә!

Изгелек һәм яуызлыҡ
Бөркөт балаһының ҡанаттары нығынғас, әсәһе уны ҡая башындағы ояһынан төртөп төшөрә. Кескәй бөркөт әле үҙенең оса алыуын белмәй, шуға тәүҙә аҫҡа таш кеүек атыла, әммә аҙаҡ ҡурҡышынан ҡанаттарын елпелдәтә башлай һәм үҙе лә һиҙмәҫтән осоп китә – үҙ аллы тормош башлай... Әгәр әсә бөркөт ваҡытында, балаһына изгелек күрһәтәм тип, уны ояһынан этеп төшөрөргә йәлләһә, уныһы ғүмерлеккә осорға өйрәнә алмаясаҡ.
Тормошта беҙ – ата-әсә – йыш ҡына ана шул әсә бөркөт кеүек була алмайбыҙ. Инде оянан этеп төшөрөр­ҙәй, күптән үҙ аллы тормош башлар­ҙай балаларыбыҙҙы һаман ҡурсалайбыҙ. ҡанат аҫтында тотабыҙ. Һәм улар­ға яҡшылыҡ эшләйбеҙ тип, йыш ҡына, киреһенсә, ялҡаулыҡҡа, кеше елкәһендә йәшәргә ғәҙәтләндерәбеҙ. Ваҡытында үҙ балаңа ҡарата уҫал һәм рәхимһеҙ булырға кәрәк шул.
Матди донъяға ныҡ йәбешкән, үҙ тәне, кәүҙәһе өсөн ныҡ борсолған кешегә генә тормош яуызлыҡҡа һәм изгелеккә бүленә. Кемдер һинең тәнең талап иткәнде ҡәнәғәтләндерһә – ул яҡшы кеше, ә инде кәүҙәң теләгәнгә ҡаршы сыҡһа – яман кеше. Эйе, тик нәфсе, кәүҙә генә донъяны аҡ менән ҡараға буярға мәжбүр итә.
Төптән ҡарағанда, тормошта изгелек һәм яуызлыҡ юҡ ул. Йыш ҡына тәү ҡарағанда яуызлыҡ тип ҡабул ителгән ваҡиғалар киләсәктә беҙҙең өсөн изгелеккә әйләнә. Ә бөгөн эшләгән изгелек, киреһенсә, яуызлыҡҡа әүерелә.
Берәүҙең күңелен уйлап, йәлләп, бөгөн урынына ултыртмаһаң, ул киләсәктә ауыр яҙмышҡа дусар буласаҡ, ә бөгөн ауыҙы бешкән кеше киләсәктә һыуыҡ һыуҙы ла өрөп ҡабасаҡ, тимәк, үҙ яҙмышын үҙенсә ҡорорға өйрәнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға