«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Тамуҡ һәм Ожмах



22.03.2011 Тамуҡ һәм Ожмах

Туҙанлы юлдан, арып-талып, бер ир һәм эт килә.
Көтмәгәндә алдарында иҫ киткес матур ҡапҡа күренә. Уның эсендә сылтырап шишмә аға һәм бик матур көй яңғырай, ҡоштар һайрауы ишетелә.
– Был ниндәй урын? – тип һорай юлсы ҡапҡа һаҡсыһынан.
– Был – Ожмах, һин үлгәнһең инде, хәҙер бында инеп, рәхәтләнеп ял итә аласаҡһың, – ти һаҡсы.
– Ә унда һыу бармы һуң? – тип һорай юлсы.
– Йәнең ниндәйен теләй – тап-таҙа фонтандар, һалҡын һыулы бассейндар, – ти һаҡсы.
– Ә ашарға бирәсәктәрме һуң?
– Нимә теләйһең, барыһы ла килтереләсәк.
– Тик минең этем бар бит әле, – ти юлсы.
– Үкенескә күрә, унда эттәр менән инергә ярамай шул, этеңде ҡалдырырға тура киләсәк, – ти һаҡсы.
Һәм юлсы унда инмәй, үтеп китә. Бер аҙҙан һуң юл уны бер фермаға алып килә. Уның ҡапҡаһында ла һаҡсы тора.
– Минең эскем килә, – ти юлсы.
– Ин, – ти һаҡсы, – ихатала ҡоҙоҡ бар, күпме теләйһең, шунса эс!
– Ә минең этем? – ти юлсы.
– ҡоҙоҡ эргәһендә улар өсөн әҙерләнгән эсә торған урынды күрерһең.
– Ә ашарға?
– Киске аш менән һыйлай алам.
– Ә этемде?
– Уға ла һөйәк табылыр.
– Ә был ниндәй урын һуң? – тип һорай юлсы.
– Был – Ожмах, – ти һаҡсы.
– Нисек инде? – ти юлсы. – Бынан алыҫ булмаған ерҙәге ҡапҡа һаҡсыһы Ожмах тегендә, – тине бит.
– Ул һине алдаған. Унда – Тамуҡ.
– Нисек һеҙ Ожмахта бындай алдашыуға түҙәһегеҙ? – ти юлсы.
– Был беҙҙең өсөн бик файҙалы. Ни өсөн тигәндә, Ожмахҡа дуҫтарын ташламағандар ғына килеп етә, – тигән ҡапҡа һаҡсыһы.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға