«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



19.03.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

БАЛА
Арҡа терәр улдарым – килер көнгә юлдарым.
Хисмәтулла Юлдашев.

Бала ғәзиз, уны алыштырмай аҫыл таш та, тау-тау алтын да.
Шәриф Бикҡол.

Йәш сағында бала була белмәгән олоғайғас аға була белмәҫ.
Ғайса Хөсәйенов.

Бала, тиеп, ҡан төкөрәһең, ә
балаға – барыбер.
Ғаилә ситлеге эсендәге заяға
үтә ғүмер.
Хәким Ғиләжев.

Әсәнән тыуған шәрә бала кейем кейеп биҙәлә.
Мөхәмәтша Буранғолов.

Бала – донъяның байлығы,
Йәшәүҙең нур-төҫтәре.
Йәннәттең хуш еҫен бөркә
Баланың хуш еҫтәре. Рауил Бикбаев.

Икебеҙҙең аралағы һалҡын, йылылыҡты үлсәп, йоҡлап ята беҙҙең балабыҙ.
Ғилман Ишкинин.

Мөхәббәттән тыуған сәскәләр беҙ.
Зөфәр Вәлит.

Бала күңеле – кәрәҙ ул,
Бал менән генә тулһын!
Илем, телем, тип үҫһен ул,
Балдан да татлы булһын!
Мөнир ҡунафин.

Ир бала илгә терәк булһа, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк ул. Әмир Гәрәев.

Сабый күңеле – таңда атҡан сәскә.
Вафа Әхмәҙиев.

Бала – беҙҙең яҡты киләсәктең
Ғәҙәттән тыш хаҡлы вариҫы,
Беҙҙең ҡулдан эстафета алып,
Дауам итеүсе ул тарихты.
Шәриф Бикҡол.

Балаһыҙлыҡ кеүек
бәхетһеҙлек
Бүтән юҡтыр фани донъяла.
Бөтә тормошоңдоң гүзәллеге,
Бар шатлығы ғәзиз балала.
Шәһәрғәзи Ғәбдиев.

Һәр тыуған ул Урал булып
тыумай,
Шүлгәндәр ҙә тыуа донъяға.
Данис Тикеев.

БАЛА САҡ

Бала саҡ ҡояшы ҡартайғас та күңелде йылыта.
Рәшит Шәкүр.

Сабый заманда ата үә әсәнән ғилем үә әҙәпте ишетеп сыҡмаҡ кәрәктер.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

Әсәһенә ҡул күтәргән улың кемгә генә күтәрмәҫ һуң ҡулын?!
Әсхәл Әхмәт-Хужа.

Бала сағым – ғүмерең, гүйә,
тап бер минут,
Йөрәктә тик әрнеп ҡалды
татлы бер ут…
Рәшит Назаров.

Йәшлек менән ҡартлыҡ араһындағы айырманы беләбеҙ инде. Бына балалыҡ менән йәшлек араһында айырма ҡасан башлана, билдәләү бик ауыр.
Сәғит Агиш.

Бала саҡты бәхетле итә атай-әсәй мөхәббәте.
Йомабикә Ильясова.

Әллә ниндәй бер мөғжизә
булып
Иҫтәремә төшә бала саҡ:
Шатлыҡ шишмәләре
яҡын ғына,
Һағыш даръялары алыҫ саҡ.
Мәүлит Ямалетдин.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға