«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



15.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Минең ҡатыным – грек-рим көрәше буйынса чемпион. Башҡаса уның хаҡында бер насар нәмә лә әйтә алмайым…

* * *
Пенсия фонды ишеге алдындағы иғлан: «Иҫеңдә тот! Йылдар үҙенекен аласаҡ. Бөгөн Эйфель башняһы һымаҡ төҙһөң, ә иртәгә Пиза башняһы һымаҡ бөкрәйеүең бар».

* * *
– Табип әфәнде, ҙур проблемам бар, – ти бер ир. – Башымда бер бәләкәй генә кеше ултыра һәм бер туҡтауһыҙ һүгенә. Быны дауалап буламы?
– Табип булараҡ, шуны әйтә алам, был һеҙгә 1000 долларға төшәсәк.
– Ә бәләкәй кешенең нимә әйткәнен белгегеҙ киләме?

* * *
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре урманға экскурсияға бара. Тәр­биәсе:
– Балалар, әгәр ҙә еләк ашарға теләһәгеҙ, бер юлы икене өҙөгөҙ: береһен ашағыҙ, ә икенсеһе медицина тикшереүе өсөн…

* * *
Перронға бер ир йүгереп килеп етә лә, яңы ғына ҡуҙғалып киткән поезға ҡарап, юғалып ҡала. Бер аҙ торғас, вокзал дежурныйына мөрәжәғәт итә:
– Был һуңғы поезд булдымы?
– Юҡ. Һуңғының алдындағыһы.
– Аллаға шөкөр, былай булғас, ҡайтып китә аласаҡмын икән әле, – тип ҡыуана ир.
– Белмәйем шул, – ти дежурный. – Эш шунда, һуңғының алдындағыһы бик күпкә һуңланы, шуға һуңғыһы унан алдараҡ үтеп китте…

* * *
– Аяғыңа нимә булды?
– Бейегәндә яраландым.
– Брейк-данстамы ни?
– Юҡ. ҡылыстар менән бейегәндә.

* * *
– Ә был һеҙгә «сәйгә», – ти ул официантҡа һәм усына бер шаҡмаҡ шәкәр һала.

* * *
Ун йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бар көсөнә яңы машинаның капотына һикерә. Сигнализация тоҡана.
8-се ҡаттағы тәҙрәнән бер ирҙең уҫал йөҙө күренә.
– Атай, тағы әҙерәк уйнарға мөмкинме? – ти ҡыҙ уға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға