«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Әтек ауылы ҙу-ур икән!



12.03.2011 «Әтек ауылы ҙу-ур икән!

Беҙҙә телдән-телгә тағы бер лаҡап йөрөй. 1950 – 1960 йылдарҙа ситтән килгән бер түрә эш буйынса район үҙәгенән һыбай Әтек ауылына киткән. Ул йылдарҙа дизелле генератор ярҙамында ғына алынған электр уты район үҙәгендә һәм тағы бер-ике генә ауылда булған. Был юлсы, йүнләп юлды һорашмағанмы икән, урманда аҙашып йөрөп-йөрөп, ҡараңғы төшкәс кенә бер ҡая башына килеп сыҡҡан. Аҫта ауыл уттары күренә:
– Дә-ә, Әтек ауылы ҙу-ур икән, светы ла бар икән! – тип ҡыуанып торған-торған да, аҫҡа төшһә – Иҙел, уны кисеп сыҡһа, кире Бөрйәнгә, район үҙәгенә, ҡайтып ингән, ти, был.

Әлфир АЙЫТБАЕВ.
Бөрйән районы,
Иҫке Собханғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға