«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



19.02.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

Саф алтынды нәжескә буяу менән, нәжес китер, алтындың заты китмәҫ.
Аҡмулла.
Алтынды табыуы ҡыйын, юғалтыуы анһат.
Шакир Янбаев.

Алтын менән ынйы ҡәҙерлеләр
Юғалтмаған өсөн төҫтәрен,
ҡайҙа торһалар ҙа
тутыҡмайҙар,
Төрлө таптар баҫмай өҫтәрен.
Мәжит Ғафури.

Алтын матур, алтын ҡиммәт,
Тик алтын була һалҡын.
Һин дә алтындай бул, ләкин
Эсеңдә булһын ялҡын.
Рәшит Назаров.

Үжәт ат толпар булмаҫ алтын эйәр һалыуҙан.
Риф Мифтахов.

АНТ

Ант итәм: үлһәм үлермен,
Намыҫҡа кер тейҙермәм.
Илкәйемде бер саҡта ла
Дошман ҡулына бирмәм.
Бәҙрүш Моҡамай.

Аттарымды алмаштырған
булыр,
Антымды мин
алмаштырмамын.
Рауил Бикбаев.

Ант итәмен, ҡулдарыма мин ут
алып:
«Ут булырмын, утһыҙ ҡалһа
әгәр халыҡ».
Һүҙҙәремдән кире ҡайтһам,
рәхәт татып,
Үҙ башыма төшһөн минең
биргән антым.
Факиһа Туғыҙбаева.

Яу килер, мин ҡурҡынып
сикмәм ҡарыш та артыма,
Тамсылай итмәм хыянат
биргән изге антыма.
Мәжит Ғафури.

Ир антына тоғро булып ҡалһа,
Ғүмер һуңы булмай күңелһеҙ,
Ул йәшәргә хаҡлы беҙҙең
менән,
Ул йәшәргә хаҡлы үлемһеҙ.
Тимер Арслан.

АТ

Нисә быуындарҙы таң ҡалдыр-ҙы башҡорт атындағы батырлыҡ.
Ғилемдар Рамазанов.

Сығынсы ат йөк тартмаҫ,
ҡотһоҙ атта ҡот артмаҫ.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

Киң далала атһыҙ ҡалыу – ул бит даръяларҙа ҡалыу карапһыҙ.
Рәйес Түләк.

Башҡорт атһыҙ буламы ни! –
Мираҫ бит ул быуаттарҙан.
Батыршалар, Салауаттар
Яуға сапҡан саҡтарҙан.
Салауат Әбүзәр.

Аттың көсө – аяғында,
Тынғы белмәҫ тояғында.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

Талдан тал үҫә, тайҙан матур байтал үҫә.
Шәйехзада Бабич.

Тайҙы өйрәтә белмәһәң, сығынсы бер ат була.
Рауил Бикбаев.

Сыбыртҡыһыҙ тарта ат яҡшыһы.
ҡәҙим Аралбай.
Йылҡы һаны кәмегән һайын, уның итен хуп күреүселәр арта бара.
Рамаҙан Өмөтбаев.
Халҡыма ат – атаһылай ғәзиз,
Йәл түгел һис ярты батшалыҡ.
Их, дәрт итәм:
Ерҙәр гиҙ ине ул
Яҡшы атҡа ғына атланып.
Тамара Ғәниева.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға