«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)



24.07.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


* * *

– Үҙеңдең бына тигән ҡатының була тороп, нисек сит ҡатындар менән йөрөргә оялмайһың?
– Баштараҡ ояла инем. Хәҙер өйрәндем инде.

* * *
Бер егет иптәшенә һөйләй.
– Ятаҡта ике ҡыҙ араһында йоҡлап ҡайттым әле.
– Кит, юҡты һөйләмә. Уларҙың койкаһына ике кеше саҡ һыя бит.
– Ә мин койкалар араһында, иҙәндә яттым.

* * *
Әсәһе шуҡ улын әрләй.
– Күп һикерәңләмә! Ҡорһағың ҙурая.
Бер көндө малай, урамда йөклө ҡатынды күреп:
– Күп һикерәңләһәң, бына шулай була шул…

* * *
Директор секретарь ҡыҙҙы саҡыра ла ҡысҡыра башлай.
– Эштән китеү тураһында ғариза яҙ!
– Ни өсөн? Мин бит бөтәһен дә еренә еткереп эшләйем, эшкә лә һуңламайым.
– Өҫтәлдәге туҙанды һөрттөңмө?
– Һөртмәйсә, һөрттөм, әлбиттә.
– Иҫәр! Мин бит унда кәрәкле телефон номерҙарын яҙып ҡуйғайным!

* * *
Абына-һөрөнә барған иҫерек ир ҡаршыһына осраған кешенән:
– Вокзалға нисек барып етергә? – тип һорай.
– Туп-тура!
– Улайһа, мин барып етә алмамдыр инде.

* * *
Стоматолог:
– Ҡурҡа инегеҙ, барыһы ла бөттө. Бына, тешегеҙҙе һурҙым.
– Рәхмәт, доктор. Бына һеҙҙең креслоғыҙҙың терәгесе.

* * *
Парижда уҙған күргәҙмәлә өс йондоҙло әрмән коньягы беренсе урын яулаған, ә биш йондоҙлоһона бер ниндәй ҙә урын бирмәгәндәр.
– Ниңә былай килеп сыҡты икән? – тип һорайҙар әрмәндән.
– Үҙебеҙ ҙә аңламайбыҙ. Икеһен дә бер мискәнән тултырҙыҡ бит!





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға