«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)



11.06.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (7.06.2019)


* * *
Берәү эшкә урынлашырға килгән, ти. Эш биреүсе:
– Тәүге осорҙа эш хаҡығыҙ 15 – 20 мең һум тирәһе булыр. Бер аҙ һуңыраҡ – 40 – 45 мең самаһы...
– Шәп улай булғас! Ярар, атыу мин бер аҙ һуңыраҡ урынлашырмын!
* * *

Бер етәксеһе һуңға ҡалған хеҙмәткәренә шылтырата:
– Һеҙ ҡасан эшкә килеп етәһегеҙ?
– Ғәфү итегеҙ, Сәлим Ғәлиевич, юл «тығын»дарында ултырам…
– Уянығыҙ! Мин һеҙҙең фатирығыҙҙағы телефонға шылтыраттым…
* * *
Археологик музей.
Экскурсияға килгән ҡатындарҙың береһе икенсеһенә:
– Тик бына бер нәмәне аңлай алмайым: элек ҡатындар ирҙәренән нимә таптырҙы икән?
– Ҡасан элек?
– Һуң… Бөтөнләй аҡса тигән нәмә булмағанда?

* * *
Ҡыҙ физика уҡытыусыһы булып эшләгән егетенең эш урынына килә.
– Абау, ниндәй бисәнең һүрәтен элеп ҡуйғанһың ул?
– Иҫәр, был бит Ньютон.

* * *
Өйгә эштәрҙе тикшергәс, уҡытыусы Ғәлиҙән ныҡышып һорай:
– Ҡат-ҡат ҡараным, бер хата ла юҡ. Дөрөҫөн генә әйт әле, атайыңа был юлы кем ярҙам итте?

* * *

– Әйтегеҙ әле, оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?
– Бер нимәлә лә түгел. Үҙемде ерләүҙе ойошторорға аҡсам юҡ…





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға